

Һайлау кампанияһы тамамланыуға һанаулы сәғәттәр ҡалып килә.
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн 15.00 сәғәткә ҡарата һайлаусылар исемлегендәге 1797417 кеше, йәғни 59,86 процент, гражданлыҡ хоҡуғын үтәгән. 2016 йылда был ваҡытта күрһәткес 36,14 процент булған.
Быйылғы һайлауҙа Өфө ҡалаһы халҡы әүҙемлек күрһәтә – 481760 граждан тауыш биргән (60,18 процент). Республика ҡалаларында был һан 48,05 процент самаһы тәшкил итә. Айырып әйткәндә, бөгөн дә Салауат һәм Сибай халҡы әүҙем тауыш биргән – 60 проценттан ашыу.
Райондарҙа йәшәүселәр ҙә, йола буйынса, һайлауҙа күпләп ҡатнаша: һөҙөмтә 15.00 сәғәткә 64,13 процент тәшкил иткән. Араларында Баҡалы (64,13 процент), Ҡалтасы (84 процент), Салауат (82,12 процент) халҡы яҡшы күрһәткестәргә өлгәште.
Тауыш биреүҙә һүлпәнлек күрһәткәндәр ҙә бар. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһында исемлектә булған граждандарҙың - 33,77, Учалы районында 43,76 проценты ғына ҡатнашҡан.
Һайлау киске сәғәт 8-гә тиклем дауам итә. Гражданлыҡ хоҡуғын үтәмәгәндәрҙең ваҡыты бар.
Автор фотоһы.
#Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор