Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Сентябрь 2021, 13:45

Алыҫ Көнсығышта һайлау нисек үткән?

“Тауыш биреүҙе үткәргән саҡта һайлау һөҙөмтәләренә тәьҫир итерлек ҙур ҡанун боҙоу осраҡтары теркәлмәгән”.

Алыҫ Көнсығышта һайлау нисек үткән?Алыҫ Көнсығышта һайлау нисек үткән?
Алыҫ Көнсығышта һайлау нисек үткән?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Алыҫ Көнсығыш төбәктәрендә һайлау тамамланды. Һуңғы участкалар урындағы ваҡыт буйынса сәғәт 8-ҙә (Мәскәү ваҡыты буйынса 15.00 сәғәттә) ябылды. Әле был төбәктәрҙә тауыштарҙы иҫәпләү бара.

Алыҫ Көнсығышта тауыш биреү ваҡытында закон үтәлешен 20 меңдән ашыу күҙәтеүсе тикшергән, шул иҫәптән башҡа дәүләттәрҙән дә. Өҫтәүенә һәр төбәктә йәмәғәт күҙәтеү үҙәктәре эшләгән. Реаль ваҡыт тәртибендә уларҙа һайлау участкаларында нимә барғанын күҙәтеп булған. Етди закон боҙоу осраҡтары теркәлмәгән.

Дәүләт Думаһына депутаттарҙан тыш, Алыҫ Көнсығыш халҡы төбәк парламенты вәкилдәрен һайлаған, ә Хабаровск крайында губернатор өсөн дә тауыш биргәндәр.

“Тауыш биреүҙе үткәргән саҡта һайлау һөҙөмтәләренә тәьҫир итерлек ҙур ҡанун боҙоу осраҡтары теркәлмәгән”, – тине Хабаровск крайының һайлау комиссияһы рәйесе Денис Кузьменко.

Коронавирус пандемияһы шарттарында тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн һәр һайлау участкаһында санитар талаптар үтәлгән. Бөтәһенең дә тән температураһы үлсәнгән, шәхси һаҡланыу саралары бирелгән. Ингән һәм сыҡҡан кешеләр ағымдары бүленгән. Шул уҡ ваҡытта һайлау комиссияһы ағзаларының күпселеге коронавирустан вакцина яһатҡан – ил буйынса уртаса 65 процент.

Яҡынса тауыш биреү йомғаҡтары Калининград өлкәһендә участкалар ябылғас әйтеләсәк. Ул ваҡытҡа Алыҫ Көнсығыш төбәктәре һөҙөмтәһен “Һайлау” автоматлаштырылған дәүләт системаһына индерәсәктәр.

Әлеге ваҡытта илдең күп төбәктәрендә тауыш биреү дауам итә. Рәсәй Үҙәк Һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, ил буйынса һайлауға килгәндәр һаны 35 процент тәшкил итә.

Фото: sovsibir.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас