Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Сентябрь 2021, 13:15

Ҡайҙа халыҡ һүлпәнлек күрһәтә?

“Һайлау-2021” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә - сәйәсәт фәндәре кандидаты, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы уҡытыусыһы Владимир Савичев.

Ҡайҙа халыҡ һүлпәнлек күрһәтә?Ҡайҙа халыҡ һүлпәнлек күрһәтә?
Ҡайҙа халыҡ һүлпәнлек күрһәтә?

“Һайлау-2021” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә уҙғарылған брифингта төрлө сәйәсмәндәр, партиялар вәкилдәре өсөн асыҡ майҙан булдырылған.

Бөгөн уның сираттағы ҡунағы сәйәсәт фәндәре кандидаты, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы уҡытыусыһы Владимир Савичев булды. Уның фекеренсә, республикала һайлау алдағы кампанияларҙағы кеүек бара.

"Күрһәткестәр үткән сараларҙағы кеүек һаҡлана. Күршеләрҙән әле Татарстан халҡы әүҙемлек күрһәтә. Свердловскиҙа һандар кәмерәк, ә Силәбе өлкәһендә кешеләр һүлпәнлек күрһәтә, әммә һөҙөмтә тотороҡло һөҙөмтә тип әйтергә була.

Беҙҙә ауыл халҡы һайлауға элек-электән яуаплы ҡарай. Ундағы комиссия ағзалары һайлаусыларҙы исемләп белә, был да әүҙемлеккә йоғонто яһай. Кеше менән күҙмә-күҙ ҡарашып һөйләшеүгә бер нәмә лә етмәй инде, йәғни онлайн тауыш биреүҙә һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкин түгел.

Быйылғы һайлау барышына килгәндә, һуңғы йылдарҙа уҙғандарында Өфө халҡы әүҙемлек күрһәтә. Ә ҡайһы бер ҡалалар артта ҡала. Был күптәрҙең ситтә эшләп, сарала ҡатнаша алмауына ла бәйле.

Мәғлүм булыуынса, илдең ете төбәгендә электрон тауыш биреү алымы ҡулланыла. Ул айырыуса йәштәрҙе йәлеп итә - участкаға килеп һайларға теләмәгәндәр өсөн уңайлы", – тине Владимир Савичев.

Автор фотоһы.

#Һайлау2021#Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас