Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Сентябрь 2021, 07:30

"Ҡайҙа минең участкам?"

Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре төбәктә һайлауға, шулай уҡ башҡа мәсьәләләргә бәйле мәғлүмәттәрҙе даими биреп бара.

"Ҡайҙа минең участкам?""Ҡайҙа минең участкам?"
"Ҡайҙа минең участкам?"

“Һайлау төнө. Һайланғандар ваҡыты” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эш төрлө йүнәлештә бара.

Эксперттар менән фекер алышыуҙан тыш, һайлау участкаларынан күҙәтеүселәр ҡатнашлығында "тура бәйләнеш"тәр ойошторола. Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә ошо рәүешле төбәктә һайлауға, шулай уҡ башҡа мәсьәләләргә бәйле мәғлүмәттәрҙе даими биреп бара.

Үҙәк белгестәре әйтеүенсә, һуңғы көндәрҙә килгән мөрәжәғәттәрҙең иң күбе йылылыҡ булмауы тураһында. Ә бының өсөн билдәле шарттар кәрәк: биш көн рәттән һауа температураһы һигеҙ градустан түбән торорға тейеш. Ә әлегә йылылыҡты социаль учреждениеларға бирә башлайҙар.

Һайлауға бәйле килгән мөрәжәғәттәр араһында күберәк шул мәсьәлә: ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең һайлау участкаһын таба алмай.

Һәр ваҡыттағыса, медицина тармағына ҡағылышлы мөрөжәғәттәр - иң күбе. Мәҫәлән, Өфөнөң 4-се балалар поликлиникаһында ортопед юҡ. Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре был мәсьәләне Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре менән өйрәнгән һәм яҡшы хәбәр еткерә: октябрҙән унда ортопед эшләй башлаясаҡ.

Тағы ла ялыуҙар коронавирустан вакцинация үтеп бөтөп тә, сертификаттың Дәүләт хеҙмәттәре порталына килмәүенә ҡағыла. 1 ғинуарҙан алып үҙәк белгестәре ошоноң ише 28583 мөрәжәғәтте эшкәрткән.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас