

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов белдереүенсә, республиканың бер нисә участка һайлау комиссияһындағы бюллетендәр ғәмәлгә яраҡһыҙ тип табылған.
Атап әйткәндә, Өфөнөң Октябрь районындағы 243-сө участкала сейф-пакеттарҙы йәбештереү тәртибе боҙолған. Әммә суд участка һайлау комиссияһының был ҡарарын ғәмәлдән сығарған. Шулай уҡ республика Үҙәк һайлау комиссияһы КПРФ-тың Бөрйән районындағы 1660-сы участка бюллетендәрен ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныу буйынса мөрәжәғәтен ҡараған. Марат Ғәҙелов һүҙҙәренсә, һайлау бюллетендәрен эшкәртеү буйынса комплекстың (КОИБ) береһендә бюллетень тығылған.
"Операторҙар комплексты ҡайтанан ебәрергә уйлаған. Һөҙөмтәлә ул тест режимында эшләй башлаған. 58 бюллетенде тест аша үткәрергә ҡарар иткәндәр, әммә шулай эшләгәндәрен күрһәтмәгәндәр. Был факт тураһында участка һайлау комиссияһы рәйесенә хәбәр ителгән һәм КОИБ-тағы бөтә бюллетендәрҙе ғәмәлгә яраҡһыҙ тип иҫәпләргә тигән ҡарар ҡылынды. Участкала тауыш биреү дауам ителде, әммә ябай урналар ярҙамында", – тип белдерҙе Марат Ғәҙелов.
Әлегә 1660-сы участкалағы ғәмәлгә яраҡһыҙ тип табылған бюллетендәрҙең һаны билдәһеҙ. Был участкалар ябылып, иҫәпләүҙәр үткәс билдәле буласаҡ.
Автор фотоһы.
#Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор