

“Һайлау төнө. Һайланғандар ваҡыты” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә журналистар менән аралашыуға төрлө һөнәр эйәләре килә. Сәйәсмәндәр, политологтар, эксперттар, кандидаттар һәм башҡалар.
Бөгөн Өфө журналисы Рәзиф Абдуллин да килеп, һайлау процесына бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Ул үҙе лә ҡасандыр депутатлыҡҡа кандидат булғанлығын әйтте һәм шул осор тәжрибәһе тураһында һөйләне. Өс көн дауам иткән һайлау барышына ҡарашын белдереп:
– Бер яҡтан, шикләнер өсөн урын күп ҡала. Һайлау оҙаҡ ваҡыт бара икән, һөҙөмтәләрҙең ялған булыу хәүефе арта, сөнки партияларҙың ул тиклем күҙәтеүселәре юҡ. Әммә пандемия шарттарында был алым үҙен аҡлайҙыр, сөнки кешеләрҙең сәләмәтлеге бар нәмәнән дә мөһимерәк. Уңайлы яҡтары ла бар: таныштарым йома көн үк тауыш бирҙе лә ауылдарға ҡайтты, баҡсаларға китте, улар үҙҙәре өсөн ял көндәрен бушатты, – тине журналист.
Рәзиф Абдуллин кешеләрҙе “йөрәк түгел, ә һалҡын баш менән" тауыш бирергә саҡырҙы. Уның фекеренсә, агитация осоро ай самаһы дауам итә, тимәк, халыҡтың уйланыр, фекер туплар өсөн ваҡыты күп. Ә был - яҡшыраҡ һөҙөмтәгә нигеҙ.
Автор фотоһы.