

Бөгөн, 19 сентябрҙә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вице-спикеры, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров тауыш биреүҙә ҡатнашты. Ул Өфө районының Авдон ауылында урынлашҡан һайлау участкаһында булды.
“Дәүләт Думаһына депутаттарҙы биш йылға бер һайлайбыҙ. Тимәк, әле 2026 йылға тиклем илебеҙҙең киләсәген билдәләйбеҙ. Былтыр Конституцияға үҙгәрештәр индерелеп, Дәүләт Думаһы вәкәләттәре арттырылғас, бөгөн һайлаусыларҙың әүҙем булыуы үҙен аҡлай. Өс көнлөк сара хәүефһеҙ һәм яйлап тауыш биреү мөмкинлеген асты, кешеләр күберәк тә килде", – тине ул.
Рөстәм Әхмәҙинуров белдереүенсә, бөгөн сәйәси сарала уның ғаиләһе әүҙем ҡатнаша.
"Күптәр участкаларға яҡындары менән бергәләп килә. Беҙҙең ғаилә лә тауыш бирҙе", - тине ул.
Сәйәси сара өс көн – 17, 18 һәм 19 сентябрҙә бара. Беҙ Дәүләт Думаһы депутаттарын, шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә депутаттар һайлайбыҙ. Ҡайһы бер ҡала һәм ауыл советтарына ла депутаттар мандат өсөн көрәшә.
Фото: mgazeta.com