Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Сентябрь 2021, 06:45

Илона Макаренко һуңғы мәғлүмәт менән таныштырҙы

Халыҡтың сәйәси сараға килеүе буйынса ике көнлөк һөҙөмтә ниндәй?

Илона Макаренко һуңғы мәғлүмәт менән таныштырҙыИлона Макаренко һуңғы мәғлүмәт менән таныштырҙы
Илона Макаренко һуңғы мәғлүмәт менән таныштырҙы

“Һайлау төнө. Һайланғандар ваҡыты” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эш ҡайнай. Яңы ғына Башҡортостан Үҙәк Һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко брифингта булып, тәүге ике көндөң һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.

Уның белдереүенсә, ике көн йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда 1 миллион 392 мең 492 һайлаусы тауыш биргән. Был - исемлеккә индерелгәндәрҙең 46,36 проценты.

Билдәле булыуынса, республикала 3 миллион 3 мең 918 һайлаусы теркәлгән. Шул иҫәптән 190 меңдән ашыу кеше тауыш биреү участкаларынан тыш урында һайлаған.

Халыҡтың сәйәси сараға килеүе буйынса һандар шулай: Өфөлә һайлаусыларҙың 49,09 проценты ҡатнашҡан; ҡалаларҙа был күрһәткес – 36,74, райондарҙа – 51,54 процент.

"Башҡортостанда 3403 һайлау участкаһы бар. Уларҙың 39-ы - кешеләрҙең ваҡытлыса булған урындарында: 31-е - дауаханала һәм медицина учреждениеларында, өсәүһе - шифаханала, өсәүһе - һаҡ аҫтында тотоу урындарында, шулай уҡ тимер юл вокзалында һәм Архангел районының ҡарттар йортонда берәр участка эшләй", – тине Илона Макаренко.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас