

“Һайлау-2021” йәмәғәт матбуғат үҙәгендәге брифингта ҡатнашҡан сит ил эксперттары республикала һайлау ҡануниәтен боҙоу осраҡтарын күрмәүҙәрен белдерҙе.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, әле Башҡортостанда Никарагуа, Германия и Словакия илдәренән күҙәтеүселәр эшләй. Улар, алда хәбәр итеүебеҙсә, Өфөләге Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге эше менән дә танышты.
Брифингта ҡатнашҡан сит ил күҙәтеүселәре – Никарагуа президентының улдары Даниэль һәм Лауреано Ортега белдереүенсә, Башҡортостанда һайлау тыныс үтә, барлыҡ санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр үтәлә.
"Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәгендә булып, участкаларҙа видеокамералар урынлаштырыуына ышандыҡ. Өс меңдән ашыу һайлау участкаһына камералар ҡуйылған, улар аша тауыш биреү барышын онлайн тәртиптә күҙәтергә мөмкин. Видеокүҙәтеү системаһы яҡшы. Бөтәһе лә асыҡ", – тине Никарагуаның Юғары һайлау советы магистраты Альма Нубиа Бальтонадо Марсенаро.
Европанан килгән күҙәтеүселәр ҙә был фекер менән килешә. Улар Башҡортостан халҡының һайлауҙа күпләп ҡатнашыуын белдерҙе.
"Үҙ ҡарашыңды белдереү - ирекле һәм демократик процесс. Сараны уҙғарыу барышында техник ҡорамалдар юғары кимәлдә файҙаланылды. Минең уйлауымса, әлеге һайлауҙы ойоштороу һәм үткәреү - Европа өсөн яҡшы стандарт", – тине Европарламент депутаты, Словакия вәкиле Мирослав Радачовский.
Уныың улы – Европа парламентында сәйәси кәңәшсеһе Михаил Радачовский фекеренсә, Көнбайыш Европаға Көнсығыш Европанан, шул иҫәптән Рәсәйҙән өйрәнәһе нәмәләр бар.
"Рәсәйҙә һайлау юғары кимәлдә үтә. Уның тураһында бер ниндәй насар нәмә әйтә алмайым. Мобиль ҡушымта, ситтән тороп тауыш биреү, видеокүҙәтеү системаһы – быларҙың барыһы ла һоҡландырҙы", – тине Мирослав Радачовский.
Германия Федератив Республикаһының Бундестаг депутаты Штефан Койтер иһә: "Күп кешеләр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән аралаштым. Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда һайлау тураһында ғәҙел фекер тыуһын өсөн был етерлек. Сара барышының асыҡ булыуына инандыҡ", – тине.
Автор фотоһы.
#Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор