Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Сентябрь 2021, 03:45

“Киләсәк быуын өсөн дөрөҫ юлды һайларға тейешбеҙ”

Сибай ҡалаһындағы 12-се мәктәптә оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән Айгөл Кәбирова быйыл да һайлауҙан ситтә ҡалманы.

“Киләсәк быуын өсөн дөрөҫ юлды һайларға тейешбеҙ”“Киләсәк быуын өсөн дөрөҫ юлды һайларға тейешбеҙ”
“Киләсәк быуын өсөн дөрөҫ юлды һайларға тейешбеҙ”

Һайлау – мөһим сәйәси ваҡиға. Әле - һәммәбеҙ өсөн дә яуаплы осор: Тыуған иле, төбәге яҙмышы өсөн битараф булмағандар үҙ тауышын биреп ҡалырға тырыша.

Сибай ҡалаһындағы 12-се мәктәптә оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән Айгөл Кәбирова быйыл да һайлауҙан ситтә ҡалманы.

"Мин, Дәүләт хеҙмәттәре аша үҙем эшләгән мәктәпкә беркетелеп, шунда һайланым. Күңелемә яҡын, мәнфәғәттәребеҙҙе яҡлай аласаҡ тип иҫәпләгән партия өсөн тауыш бирҙем, - ти Сибайҙағы 633-сө һайлау участкаһына килгән Айгөл Кәбирова. – Һайлауға барыу - һәр кемдең гражданлыҡ бурысы. Беҙ ошо ғәмәлебеҙ аша киләсәк быуын өсөн дөрөҫ юлды һайларға тейешбеҙ”.

Фото: Айгөл Кәбированың шәхси архивынан.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас