

VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина бөгөн Өфөлә үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне.
"Һәр һайлауҙа ҡатнашыу, бигерәк тә төбәк, федераль парламенты депутаттарына тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашыу - һәр кеше алдында торған социаль яуаплылыҡ, бурыс, сөнки беҙ барыбыҙ ҙа - йәмғиәтебеҙҙең, республикабыҙҙың, ҙур илебеҙҙең тулы хоҡуҡлы граждандары. Үҙебеҙҙең, балаларыбыҙҙың бөгөнгөһө һәм тотороҡло киләсәге хәл ителгәндә ситтән ҡарап тороу - битарафлыҡ, вайымһыҙлыҡ билдәһе. Шуға күрә һәр беребеҙҙең тауышы ҡиммәт, мөһим, уларҙың береһе лә юғалып ҡалырға тейеш түгел.
Бөгөн биргән тауышым да - минең гражданлыҡ позициям, бурысым. Ул киләсәгебеҙҙе һаҡларлыҡ, яҡларлыҡ эшлекле, көслө, төплө закондар сығарған парламентты булдырырға үҙ өлөшөн индерер тип ышанам", - тине Зөһрә Рәхмәтуллина.
Фото Зөһрә Рәхмәтуллинаның ғаилә архивынан.