

“Өс көн тауыш биреү халыҡ өсөн уңайлы. Кеше ҡайһы көндә участкаға барып һайлау мөмкинлеген хәл итә ала. Шул уҡ ваҡытта был һайлау системаһына етди көсөргәнеш тә булып ята”, – тине Радий Хәбиров тауыш биргәндән һуң.
– Әгәр элек комиссиялар бер көн эшләһә, хәҙер - өс. Быларҙың барыһы ла бик күп ойоштороу мәсьәләләренә бәйле, бюллетендәрҙе, һайлау участкаларын һаҡлауҙы ойоштороу кәрәк. Өҫтәүенә беҙ һайлауҙы еңел булмаған ваҡытта үткәрәбеҙ - коронавирус бер ҡайҙа ла китмәгән. Шуға күрә барлыҡ санитар-эпидемиологик нормаларҙы ла үтәргә тейешбеҙ. Әлбиттә, был - ҙур көсөргәнеш. Тик тағы бер тапҡыр әйтәм: халыҡ өсөн уңайлы, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы республикала һайларға килеүселәрҙең күп булыуын да билдәләне.
– Минең өсөн, башҡалар кеүек үк, өс көн һайлауҙың тәүге тәжрибәһе. Республика буйынса беренсе көндә лә, икенсеһендә лә тауыш биргәндәр күп булды. Миңә даими рәүештә муниципалитеттарҙағы хәлдәрҙе әйтеп торалар. Һайлау участкалары ябылғас, анығыраҡ һандарҙы әйтербеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: "Башинформ".