Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Сентябрь 2021, 18:00

Ремонт һуҙылмаҫ ине, әгәр...

“Һайлау-2021” йәмәғәт матбуғат үҙәгендәге брифингта Дәүләт Думаһының VI һәм VII саҡырылыш депутаты Павел Качкаев торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле мәсьәләләр тураһында һөйләне.

Ремонт һуҙылмаҫ ине, әгәр...Ремонт һуҙылмаҫ ине, әгәр...
Ремонт һуҙылмаҫ ине, әгәр...

“Һайлау-2021” йәмәғәт матбуғат үҙәгендәге брифингта Дәүләт Думаһының VI һәм VII саҡырылыш депутаты Павел Качкаев торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле мәсьәләләр тураһында һөйләне.

Уға йылытыу миҙгеленә ҡағылышлы һорау ҙа бирелде. Павел Качкаев әйтеүенсә, был тармаҡтағы проблемалы урындар дөрөҫ билдәләнгән: ул – йылытылған майҙандарҙың ғәмәлдәгенә тура килмәүе, йылылыҡтың тышҡа сығыуы, эшләмәгән иҫәпләү ҡорамалдары, ремонт талап ителгән йылытыу пункттары. Депутат белдереүенсә, был мәсьәләләрҙе яйға һалыуға күп аҡса талап ителә, сама менән Өфө өсөн генә - 90 миллион һум.

Проблеманан ҡотолоу өсөн өсөн идара итеү компанияларына берләшергә һәм тәжрибәле юристар ярҙамында ресурстар менән тәьмин иткән ойошмалар менән берлектә һөҙөмтәле юлдар эҙләргә кәрәк, тине Павел Качкаев. Ул ҡала урамдарында юл төҙөлөштәренең ваҡытында тамамланмауы буйынса ла фекерен әйтте. Мәҫәлән, Комсомол урамындағы хәл буйынса.

"Подрядсы ойошманы ентекле һайлап алырға кәрәк. Эште атҡарып сыға алмағандарға бындай төҙөлөштәрҙе бирергә ярамай", – тине депутат.

Автор фотоһы.

 #Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас