Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Сентябрь 2021, 14:45

Салауат, Баҡалы, Ҡалтасы халҡы алдынғылыҡты бирмәй

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов 18.00 сәғәткә ҡарата һайлау һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.

Салауат, Баҡалы, Ҡалтасы халҡы алдынғылыҡты бирмәйСалауат, Баҡалы, Ҡалтасы халҡы алдынғылыҡты бирмәй
Салауат, Баҡалы, Ҡалтасы халҡы алдынғылыҡты бирмәй

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов 18.00 сәғәткә ҡарата һайлау һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.

Мәғлүм булыуынса, һайлаусылар исемлегендә теркәлгән граждандарҙың 1969480-е, йәғни 65,51 проценты, үҙ хоҡуғын үтәгән. Әйтергә кәрәк, 2016 йылдағы Дәүләт Думаһы һайлауында был күрһәткес 53 процентҡа тиң булған.

Тауыш биреү буйынса быйыл Өфө халҡы әүҙемлек күрһәтә – 60,12 процент. Республика ҡалалары буйынса был күрһәткес 49,34 процент самаһы тәшкил итә. Айырып әйткәндә, бөгөн дә Салауат (72,71 процент) һәм Сибай халҡы (67,68 процент) әүҙем тауыш биргән.

Райондарҙа йәшәүселәр ҙә, йола буйынса, һайлауҙа күпләп ҡатнаша: һөҙөмтә 18.00 сәғәткә 67,45 процент тәшкил иткән. Араларында Салауат районында – 91 процент самаһы, Баҡалыла – 88,08, Ҡалтасыла - 87,64 процент.

Автор фотоһы.

 #Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас