Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Сентябрь 2021, 14:30

Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге нисек эшләй?

Уның эшмәкәрлеге менән сит илдәрҙән килгән делегациялар вәкилдәре танышты.

Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге нисек эшләй?Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге нисек эшләй?
Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге нисек эшләй?

Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлау барышы сит ил кешеләрендә лә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра: Никарагуанан, Германиянан һәм Европа Парламентынан делегация вәкилдәре Өфөләге Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәгендә булды.

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса һәм граждандар йәмғиәте советы рәйесе Владимир Барабаш сит ил күҙәтеүселәре менән осрашҡанда һайлауҙы күҙәтеүҙең яңы ысулы тураһында һөйләгән. Шунан һуң уларҙа үҙәк менән яҡындан танышыу теләге тыуған.

Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, һайлауҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы етәксеһе Ольга Панчихина сит ил вәкилдәрен үҙәктең эше менән яҡындан таныштырҙы, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Мәҫәлән, Никарагуа ҡунаҡтарын һәр участкала нисә камера ҡуйылғаны, күҙәтеү процесы ҡайһылай ойошторолғаны, һайлау участкаһында регистраторҙың, төндә камераларҙың нисек эшләүе, бюллетенде сейфҡа һалыу барышының нисек сағылыуы һ.б. тураһында һорауҙар бирҙе.

– Яҙма күпме ваҡыт һаҡлана? – тип ҡыҙыҡһынды Никарагуанан Альма Нубия Бальтодано Марсенаро.

– Бер нисә көндән йәки айҙан һуң Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы йәки Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы һорауы буйынса кандидаттарға, шулай уҡ партия вәкилдәренә алырға мөмкин, – тип яуапланы Ольга Юрьевна.  

Делегаттар бөгөн үҙҙәре булған 114-се, 3511-се, 1494-се һайлау участкаларын ҡарау теләген белдергән, шулай уҡ уларға журналистарҙың, йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп иткән 371-се участканы ҡарарға тәҡдим иткәндәр.

Европарламент депутаты Мирослав Радачовский Литваның элекке премьер-министры Андриус Кубилюстың тәҡдиме буйынса Европарламенттың халыҡ-ара комитетының Рәсәйҙә һайлау һәм граждандарҙың башҡа хоҡуҡтары боҙолоуы тураһындағы докладын ҡабул итеүе тураһында белдерҙе. Мирослав Радачовский был докладҡа ҡаршы сығыш яһаған.

"Унда видеоһүрәт бик сифатлы. Экрандарҙан урналар, сейфтар, тауыш биреү өсөн күсмә ҡумталар яҡшы күренә. Бөтәһе лә асыҡ. Үҙәктә коронавирусҡа ҡаршы барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлә. Унда күҙәтеүселәр, Йәмәғәт палатаһы ағзалары, эксперттар, политологтар, әңгәмә алып, хәлде анализлаған киң мәғлүмәт саралары эшләй", – тине политолог, иҡтисадсы, Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты Константин Кузьминых.

Башҡортостанда Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге беренсе тапҡыр ойошторолдо, ошондай уҡ пункттар Рәсәйҙең 85 субъектында эшләй. Беҙҙәгендә республиканың 48 участкаһын сиратлап күрһәтә. Йәмәғәт штабы ағзалары тәүлек әйләнәһенә һайлауҙы күҙәтеү маҡсатында дежурлыҡ итә.

Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге өсөнсө көн эшләй. Ошо ваҡытта унда 90-дан ашыу кеше булған.

Фото: Йәмәғәт штабы.

#Һайлау2021#Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас