Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Сентябрь 2021, 04:15

Йәш быуынға өлгө күрһәтергә бурыслыбыҙ

"Ике ил һаҡсыһы үҫтергән әсә булараҡ, һәр беребеҙҙең улдарыбыҙ хәрби бурысын тыныс күк аҫтында үтәп ҡайтһын, тип теләйем".

Йәш быуынға өлгө күрһәтергә бурыслыбыҙЙәш быуынға өлгө күрһәтергә бурыслыбыҙ
Йәш быуынға өлгө күрһәтергә бурыслыбыҙ

Хәйбулла районының Комсомол ауылында йәшәгән Земфира Нурғәлина – сирек быуаттан ашыу хеҙмәт юлын мәктәп уҡыусыларына башҡорт, рус телдәре һәм әҙәбиәттәре дәрестәрен уҡытыуға бағышлаған педагог, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы. Ил, халыҡ тормошондағы мөһим сәйәси ваҡиғанан – һайлауҙан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай ул.

"Килен булып төшкән еремдә – Хәйбуллала - оҙаҡ йылдар эшләнем, артабан ҡулайлаштырыу елдәре Баймаҡ тарафына ташланы. Шуға ҡарамаҫтан, торған еремә ҡайтып, тауыш биреүҙә ҡатнашам.

Һайлауға йөрөргә кәрәк тигән һүҙҙәр пафослы яңғырай, тиеүселәр табылһа ла, был ғәмәлде гражданлыҡ бурысым тип һанайым. Бәләкәйҙән атай-әсәйемдең һайлауға оло байрамға барғандай йөрөп ҡайтыуын иҫләйем дә, үҙемдең дә ил менән идара итеүгә өлөш индерә алғаныма ҡыуанам. Мин бит үҫеп килгән быуынға ла өлгө күрһәтергә тейешмен.

Һайлауға бармайынса, өйҙә, диван-карауатта ғына ятып аҡыл һатыусыларға ғәжәпләнәм. Теләген тормошҡа ашырырға тырышып, үҙенә оҡшаған кандидатҡа "эйе" тип әйтә алмағандарҙы йәлләп тә ҡуям ҡайһы саҡта.

Миңә илебеҙҙәге тыныслыҡ, һиллек бар нәмәнән дә өҫтөн. Ике ил һаҡсыһы үҫтергән әсә булараҡ – өлкәнебеҙ хеҙмәтен тултырып ҡайтты, Аллаға шөкөр, кинйәбеҙҙең ҡайтыуын әле түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ – һәр беребеҙҙең улдарыбыҙ хәрби бурысын тыныс күк аҫтында үтәп ҡайтһын, тип теләйем. Ошо һиллекте һаҡлай алырлыҡ, илебеҙҙең, халыҡтың мәнфәғәтен ҡайғыртырлыҡ кандидаттар өсөн тауыш биреү – барыбыҙҙың хоҡуғы, уны дөрөҫ итеп файҙаланырға ғына кәрәк.

Илдәр имен, үҙебеҙ һау булайыҡ!" – ти Земфира Сулпан ҡыҙы.

Фото З. Нурғәлинаның шәхси альбомынан.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас