Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Сентябрь 2021, 08:30

Ярыштарҙа еңә алыуыбыҙҙы раҫланыҡ

“Һайлау төнө. Һайланғандар ваҡыты” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә - паралимпия чемпионы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Оксана Савченко.

Ярыштарҙа еңә алыуыбыҙҙы раҫланыҡЯрыштарҙа еңә алыуыбыҙҙы раҫланыҡ
Ярыштарҙа еңә алыуыбыҙҙы раҫланыҡ

“Һайлау төнө. Һайланғандар ваҡыты” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә хәбәрселәр менән аралашыуға төрлө ҡыҙыҡлы һәм билдәле кешеләр килә. Улар араһында спортсы, паралимпия чемпионы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Оксана Савченко ла булды.

Ул өс көн дауамында барған тауыш биреүгә ҡарашын белдерҙе.

"Бәләкәй сағымда атай-әсәйем менән һайлауға барғанымды иҫләйем. Ундай көндәр байрам һымаҡ булды, кешеләр йыйылышып бергә бара, күңелле итеп ваҡыт үткәрә ине. Ә хәҙер нисек? Кеше тиҙ генә һайларға ла, артабан үҙ эше буйынса йүгерергә теләй. Өс көн дауамында тауыш биреү, минеңсә, бик һәйбәт, уңайлы. Ваҡыт күп булғас, теләге булған һәр кем өлгөрә аласаҡ", – тине ул.

Оксана Савченко республика мәктәптәрендә спорт кластары тергеҙеләсәгенә ыңғай фекерен белдерҙе.

“Миңә, спортсы булараҡ, был бик мөһим, сөнки имтихандар, БДИ башланһа, беҙ чемпиондарҙы юғалтабыҙ. Әгәр билдәле белем биреү системалы спорт кластары асылһа, бик яҡшы буласаҡ. Республикала һәйбәт спортсылар күп, беҙ халыҡ-ара ярыштарҙа көс һынаша һәм еңә алабыҙ. Һуңғы Олимпия, Паралимпия уйындары быны раҫланы", – тине ул.

Автор фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас