Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Сентябрь 2021, 22:15

Был - Радий Хәбировҡа ышаныс билдәһе

Рөстәм Әхмәҙинуров: "Партия Дәүләт Думаһында конституцион күпселекте аласаҡ, тип ышанырға нигеҙ бар. Ошо беҙҙең маҡсатыбыҙ ине".

Был - Радий Хәбировҡа ышаныс билдәһе
Был - Радий Хәбировҡа ышаныс билдәһе

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров һайлауҙан һуң фекерҙәре менән уртаҡлашты.

"Тауыш биреү йомғаҡтары “Берҙәм Рәсәй” өсөн бик һәйбәт. Дөйөм республика тураһында һүҙ йөрөтһәк, беҙҙә һайлауға килеү кимәле ил менән сағыштырғанда өстән бер тапҡырға тиерлек, “Берҙәм Рәсәй” өсөн тауыш биргәндәр 20 процентҡа күберәк. Тимәк, халыҡ партия ағзаларының пандемия ваҡытында башҡарған эшен баһаланы. Беҙ ауыр тормош шарттарында ҡалған 470 мең гражданға ярҙам иттек. Икенсенән, был, әлбиттә, беҙҙең исемлектең башында торған республика етәксеһе Радий Хәбировҡа ҡарата ышаныс. 2019 йылда, Башҡортостан Башлығын һайлаған саҡта, уға тауыш 82 процент ине, әле беҙ был рейтингты өлөшләтә конверсиялай алдыҡ. Һуңғы көндәрҙә Радий Фәрит улы партия менән бергә 10-15 сарала ҡатнашты. Һәм был исемлек рейтингына ғына ыңғай йоғонто яһап ҡалманы, ә беҙҙең кандидаттарға ҡарата ышанысты ла арттырҙы. Мин бер мандатлы округтар кандидаттарын ҡараным, уларҙың да проценттары 2016 йыл менән сағыштырғанда күберәк. Шуға ла, партия Дәүләт Думаһында конституцион күпселекте аласаҡ, тип ышанырға нигеҙ бар. Ошо беҙҙең маҡсатыбыҙ ине", – тине Рөстәм Әхмәҙинуров.

Унан быйыл тауыш биреүҙең өс көн барғаны һәм бының хәлгә нисек йоғонто яһауы тураһында һоранылар.

"Был тәү сиратта һайлауҙы хәүефһеҙ үткәреүгә ыңғай йоғонто яһаны. Тығындар булмағас, кешеләргә уңайлы булды. Икенсенән, был халыҡтың һайлауға килеү кимәле өсөн дә һәйбәт, сөнки кемгәлер йома тауыш биреү уңайлы, ял көндәрен улар үҙ эштәренә бағышланы. Тик барыбер иң мөһиме - кешеләр шуны аңлай: власть һайлаусыларҙың тормошо яҡшыраҡ булһын өсөн ниндәйҙер аҙымдар эшләй һәм улар тойола”, – тине Рөстәм Әхмәҙинуров.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: