Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Сентябрь 2021, 22:00

Дәүләт Думаһына биш партия үткән

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда ҡайһы партиялар нисә процент тауыш йыйған?

Дәүләт Думаһына биш партия үткән
Дәүләт Думаһына биш партия үткән

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова хәбәр итеүенсә, Дәүләт Думаһына һайлау уңышлы үткән. Ил халҡының һайлау хоҡуғына эйә граждандарының 51,68 процесы тауыш биреүҙә ҡатнашҡан, был күрһәткес 2016 йылға ҡарағанда юғары.

VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһына биш партия инә: “Берҙәм Рәсәй” – 49,49, КПРФ – 19,04, ЛДПР – 7,48, “Ғәҙел Рәсәй – дөрөҫлөк өсөн” – 7,41, “Яңы кешеләр” – 5,36 процент тауыш йыйған. Был һан 20 сентябргә ҡарата, ә һуңғы һөҙөмтәләр йома – 24 сентябрҙә билдәле буласаҡ.

"Һайлау үтте, күпме кеше ҡатнашҡаны буйынса әлегә йомғаҡ яһалмаған, шулай ҙа үткән кампанияға ҡарағанда юғары булыуы билдәле”, – тип белдерҙе Үҙәк һайлау комиссияһындағы брифингта Элла Памфилова.

Уның белдереүенсә, Дәүләт Думаһында һигеҙ партия вәкилдәре буласаҡ: биш парламент партияһы, шулай уҡ парламентҡа ҡарамаған өс партия.

Рәйес һүҙҙәренсә, һайлау ваҡытында 100 мең самаһы участканың 107-ендә 25830 бюллетень ғәмәлгә яраҡһыҙ тип табылған. Был хәлдәр илдең 35 төбәгенә ҡағыла, шул иҫәптән Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Мәскәү өлкәһендә һәм Ҡырымда. Бынан тыш, Санкт-Петербургтағы бер участкала енәйәт эше ҡуҙғатырға тура киләсәк. “Иң кәмендә - бер, ә бәлки ике енәйәт эше”, – тип белдерҙе Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе.

Уның һүҙҙәренсә, тағы ла алты-ете участкала тауыш биреүҙе ғәмәлдән сығарыуға нигеҙ бар. Элла Памфилова һөҙөмтә яһарға ашыҡмаҫҡа саҡырҙы, барлыҡ ялыуҙар ҙа ҡаралырға тейеш, тип билдәләне.

Шулай уҡ уның әйтеүенсә, һайлау ваҡытында Үҙәк һайлау комиссияһына киберһөжүмгә ҡаршы торорға тура килгән. “Ҡаршы тора алдыҡ”, – тине ул.

Дәүләт Думаһына һайлауҙа Мәскәү, Севастополь, Мурманск, Курск, Түбәнге Новгород, Ярославль, Ростов өлкәләрендә электрон тауыш биреү системаһы файҙаланылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 20 сентябрҙең 17.00 сәғәтенә ҡарата протоколдарҙың 98,27 проценты эшкәртелгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республикала тауыш биреүселәрҙең 72,85 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән. Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙа 14 сәйәси партия ҡатнашҡан.

Башҡортостанда, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Берҙәм Рәсәй“ – 67,45, КПРФ – 14,75, ЛДПР – 7,73, “Яңы кешеләр” – 3,83, Ғәҙел Рәсәй – Ғәҙеллек өсөн – 2,62, Пенсионерҙар партияһы 1,04 процент тауыш менән алда бара. Ҡалған партиялар бер процент та йыя алмаған.

Фото: http://www.cikrf.ru/news/cec/50561/

#Һайлау2021#Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: