Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Сентябрь 2021, 12:45

Иң яҡшы күрһәткес – Салауат районында

Әлегә һайлау протоколдарының 91, 27 проценты эшкәртелгән.

Иң яҡшы күрһәткес – Салауат районында
Иң яҡшы күрһәткес – Салауат районында

Өс көн барған Берҙәм һайлау көнө тамам, илебеҙҙең тауыш биреү хоҡуғы булған граждандары Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына, ҡайһы бер төбәктәрҙә – етәкселәрҙе, урындарҙағы закондар сығарыу, шулай уҡ ҡала һәм район советтарына депутаттар һайланы.

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко бөгөн һайлау һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. 20 сентябрҙең 12:00 сәғәтенә ҡарата протоколдарҙың 91,27 проценты эшкәртелгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республикала тауыш биреүселәрҙең 72,88 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән. Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙа 14 сәйәси партия ҡатнашҡан.

Федераль округ буйынса Башҡортостан Республикаһында яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Берҙәм Рәсәй“ – 67,81, КПРФ – 14,95, ЛДПР – 6,70, “Яңы кешеләр” – 3,02, Ғәҙел Рәсәй – ғәҙеллек өсөн – 2,69, Пенсионерҙар партияһы 1,13 процент тауыш менән алда бара. Ҡалған партиялар бер процент та йыймаған.

Тауыш биреүселәрҙең әүҙемлеге буйынса иң яҡшы күрһәткес Салауат районында – 96,4 процент, икенсе урында – Благовар (93,6 процент), Тәтешле районы  – 92,89 процент.

Ҡалалар араһында Салауат ҡалаһы әүҙем булған – 75,45 процент, Сибай – 73,55 процент, Октябрьский 70,25 процент һөҙөмтә биргән.

Фото: БР Үҙәк һайлау комиссияһы.

 #Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: