Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Сентябрь 2021, 23:15

Ғәмәлдәге власҡа конкуренттар юҡ

Билдәле карикатурасы Камил Буҙыҡаев һайлау йомғаҡтарына ҡарата фекерен белдерҙе.

Ғәмәлдәге власҡа конкуренттар юҡ
Ғәмәлдәге власҡа конкуренттар юҡ

Бөгөн, 20 сентябрь, һайлауҙың яҡынса йомғаҡтары иғлан ителде. Билдәле карикатурасы Камил Буҙыҡаев ошоға ҡарата үҙенең фекерен белдерҙе.

Рәссам әйтеүенсә, ул тауыш биреүҙең беренсе көнөндә үк гражданлыҡ бурысын үтәгән. Шулай уҡ Яңы Черкассы ауылындағы участкала күҙәтеүсе булып та эшләгән.

"Һайлау йомғаҡтары буйынса нимә әйтә алам? Был боксерҙарға ҡаршы балаларҙы сығарған кеүек... Хәбиров менән Сидякин – Рәсәйҙең иң яҡшы политтехнологтары. Әлбиттә, кемдең ҙур айырма менән еңере билдәле ине. Һайлау һөҙөмтәһенә мин ыңғай ҡарашта, сөнки ғәмәлдәге власть яҡлымын. Уларға дәғүәсе булырлыҡ бер кемде лә күрмәйем", – тине ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа дәғүә иткән 14 партиянан Башҡортостанда ҙур айырма менән “Берҙәм Рәсәй” еңде. Унан һуң КПРФ һәм ЛДПР килә.

Фото: Твиттер.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: