Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Сентябрь 2021, 15:00

“Республика халҡы ысын эштәрҙе һәм тотороҡлолоҡто һайланы”

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һайлауға бәйле фекерен белдерҙе.

“Республика халҡы ысын эштәрҙе һәм тотороҡлолоҡто һайланы”
“Республика халҡы ысын эштәрҙе һәм тотороҡлолоҡто һайланы”

Һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлауҙа республика халҡының тауыш биреү һөҙөмтәләре көтөлмәгән хәл булманы, тигән фекерҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

– Башҡортостанда Рәсәй парламентының түбәнге палатаһының яңы составын һайлауҙа  “Берҙәм Рәсәй”ҙең еңеүе, дөйөм алғанда, күҙаллана ине, – тине Константин Толкачев. – Бөгөн ул берҙән-бер сәйәси көстө тәшкил итә. Һайлаусылар уны даими тоя. Партия проекттары ҙур ҡалаларҙа ла, бәләкәй ауылдарҙа ла тормошҡа ашырыла, улар күҙгә күренә һәм һәр кешегә барып етә. Шуға күрә республика халҡы күпселек тауыш менән ысын эштәрҙе һәм тотороҡлолоҡто һайланы, тип әйтергә мөмкин.

Башҡортостанда биш процентлы сикте өс партия ғына үтә.

– Электораттың бер өлөшө КПРФ менән ЛДПР-ҙы традицион хуплай. Был юлы ла улар өсөн байтаҡ тауыш бирелде, – тине Константин Толкачев. – Шул уҡ ваҡытта “Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – Ғәҙеллек өсөн” берләштерелгән сәйәси көсө позицияһы бер аҙ ҡаҡшаған. Һуңғы ваҡытта партия әүҙемселәре үҙ программаһын үҫтереү урынына, күберәк эске фекер айырмалыҡтарын яйға һалыу менән шөғөлләнде. Ошо хәл уларға һайлаусыларҙың күберәк тауышын йыйырға ҡамасаулағандыр, бәлки.

Парламент спикеры, федераль парламенттың әүәлге составтары менән барлыҡҡа килгән конструктив мөнәсәбәтте әле һайланған Дәүләт Думаһы депутаттары дауам итер, тигән өмөт белдерҙе.

– Беҙҙе республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай менән Дәүләт Думаһы араһында яйға һалынған мөнәсәбәттәр форматы ҡыуандыра, – тине Константин Толкачев. – Күп йылдар дауамында Башҡортостан парламенты федераль закондарға әүерелгән закон сығарыу башланғыстары һаны буйынса алдынғылыҡты яулай. Депутаттарҙың яңы составы менән дә үҙ-ара аңлашып, федераль хоҡуҡи киңлекте камиллаштырыу буйынса һөҙөмтәле эшләрбеҙ, тип ышанам.

Фото: bashinform.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: