Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Сентябрь 2021, 14:00

Республика парламенты депутаттары асыҡланды

Башҡортостан халҡы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өс өҫтәмә депутат һайланы. Әле уның һөҙөмтәләре билдәле булды. 

Республика парламенты депутаттары асыҡланды
Республика парламенты депутаттары асыҡланды

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко Башҡортостанда үткән һайлауҙың яҡынса йомғаҡтары менән таныштырҙы. Башҡортостан халҡы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өс өҫтәмә депутат һайланы. Әле уның яҡынса һөҙөмтәләре билдәле булды.

43-сө Краснохолм һайлау округында иң күп тауышты шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина йыйған (54,75 процент)

29-сы Талбазы һайлау округында Заһир Хәкимов депутат була ала, ул әлегә тауыштарҙың 58,78 процентын йыйған. Беүә һайлау округында, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, балалар омбудсмены Милана Скоробогатова еңгән, ул 63,75 процент тауыш йыйған.

Фото: rb7.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: