Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Сентябрь 2021, 22:45

Яҡшы үҙгәрештәргә өмөт бағлана

Фәйрүзә Латипова яңы депутаттар корпусынан һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, кешеләр именлеге һәм социаль үҫеш программаларын тормошҡа ашырыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек көтә.

Яҡшы үҙгәрештәргә өмөт бағлана
Яҡшы үҙгәрештәргә өмөт бағлана

“Өс көн һайлау – бик уңайлы формат, айырыуса мәшғүл кешеләр өсөн. Эйе, һайлау комиссияларында эшләгәндәргә еңел булманы. Тик эпидемиологик хәлде лә иҫәптә тоторға кәрәк: өс көн тауыш биреү кешеләр ағымы булдырмаҫҡа ярҙам итте”.

Был фекерҙе “Үҙенсәлекле балалар” хәйриә фонды президенты Фәйрүзә Латипова әйтте.

Ул кандидаттар араһында яңы партиялар һәм үҙ-үҙҙәрен тәҡдим иткән кандидаттар килеп сығыуын ыңғай баһаланы. Шулай уҡ һайлауҙа күҙәтеүселәрҙең әүҙемлеген, Йәмәғәт палатаһы, республиканың Кеше хоҡуҡтары буйынса советы һәм “Һайлау-2021” йәмәғәт матбуғат үҙәге эшмәкәрлеген билдәләне.

"Күҙәтеүселәр һәм участкаларҙа видеокүҙәтеү эшләне, сигналдар килеү менән шунда уҡ урынға сығып, хәлде тикшерҙеләр. Минеңсә, ошо арҡала әлеге һайлауҙар асығыраҡ булды", – тине ул.

Фәйрүзә Латипова яңы депутаттар корпусынан һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, кешеләр именлеге һәм социаль үҫеш программаларын тормошҡа ашырыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек көтә.

"Яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр көтәм. Яңы программала күп нәмә балалар һәм ата-әсә, ишле ғаиләләр, инвалид бала тәрбиәләгәндәргә арналды. Быларҙың барыһы ла тормошҡа ашыр, кәрәкле закондар ҡабул ителер, аҡса бүленер тип ышанам", – тине ул.

Фото: ufatoday.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: