Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Сентябрь 2021, 19:30

Ялыуҙар һаны күп түгел

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко - республикала тауыш биреү һөҙөмтәләре тураһында.

Ялыуҙар һаны күп түгел
Ялыуҙар һаны күп түгел

Өс көн барған һайлау ваҡытында республика Үҙәк һайлау комиссияһына 224 мөрәжәғәт килгән, тип белдерҙе иртәнге брифингта Илона Макаренко.

Күптәр үҙҙәренең һайлау участкалары тураһында һорап шылтыратҡан, шулай уҡ КОИБ эше, бюллетендәрҙе сейф-пакеттарға һалыу буйынса ла ғаризалар килгән. Участка һайлау комиссияларының кәңәшләшеү хоҡуғы булған ағзаларын индермәү хаҡында ла ялыуҙар килгән.

"Тикшереү һөҙөмтәһендә комиссия тарафынан ҡағиҙә боҙоуҙар табылманы. Эш шунда – һайлауға тиклем эске тартҡылашыуҙар сәбәпле күҙәтеүселәрҙең төрлө исемлектәре барлыҡҡа килгән, һәм беҙ, норматив документтарға таянып, легитив вәкилдәрҙе үткәрҙек", – тине Илона Макаренко.

КПРФ-тың Бөрйән районындағы 1660-сы участкалағы ҡағиҙә боҙоу буйынса ялыуына бәйле уҙғарылған тикшереү һөҙөмтәһендә, КОИБ операторҙарының дөрөҫ эш итмәүе сәбәпле барлыҡ бюллетендәр ғәмәлгә яраҡһыҙ тип табылған.

“Ғәҙел Рәсәй. Патриоттар дөрөҫлөк өсөн” партияһынан күҙәтеүселәр Нефтекама ҡалаһындағы 482-се участкала бюллетендәр ташлау тураһында хәбәр иткән. Был хәл судта ҡаралған, улар һайлау комиссияһы эшендә ҡағиҙә боҙоу осрағы тапмаған", - тип белдерҙе Илона Макаренко.

Өфө ҡалаһынан да ялыуҙар булған: Октябрь районындағы 234-се һайлау участкаһында сейф-пакетта бюллетенде ғәмәлгә яраҡһыҙ итеп таныуҙы һорағандар, әммә суд быға нигеҙ тапмаған. Ошо уҡ райондың 239-се һайлау участкаһында КПРФ партияһынан ағза хәл иткес тауышы булған комиссия ағзаһына тән йәрәхәттәре килтергән. Был хәлде полиция тикшерә.

"Һайлау комиссияһы ағзаларынан килгән мәғлүмәт КПРФ һәм “Ғәҙел Рәсәй”  вәкилдәренең үҙҙәрен әхлаҡһыҙ тотоуын күрһәтә", – тип билдәләне Илона Макаренко.

Уның белдереүенсә, әлеге мәлдә тауыш биреү һөҙөмтәһенә йоғонто яһарлыҡ етди ҡағиҙә боҙоуҙар юҡ.

"Ялыуҙар һаны күп түгел, әммә улар эшкәртеүҙе талап итә. Дөйөм алғанда, һайлау үтте, барлыҡ комиссия ағзаларына рәхмәт, уларға өс көн буйы эшләү еңелдән булманы, әммә кешеләр үҙҙәре өсөн уңайлы ваҡытта тауыш бирә алды. Сәйәси партиялар артабан ҡарар ҡабул итер, ә Дәүләт Думааһына яңы һайланған депутаттар республика мәнфәғәтенән сығып эшләр, тип уйлайым. Улар барыһы ла – оло юл үткән һәм хөрмәтле кешеләр", – тип Илона Макаренконың докладына комментарий бирҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.            

Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/145649.html

#Һайлау2021#Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: