Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Сентябрь 2021, 23:30

"Ышанысты аҡлау өсөн ныҡ тырышырға тура киләсәк"

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев һайлау йомғаҡтарына бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты.

"Мин эксперттарҙың әле Рәсәйҙә Дәүләт Думаһына һуңғы классик һайлау булды тигән фекере менән килешәм. Бында аналог һәм интернетпродукттарҙы бер-береһе менән сағыштырып була ине. Киләсәктә, әлбиттә, кампанияларға әҙерлек этабында плакаттар, гәзиттәр, листовкалар һаҡланасаҡ, тик видеоэкрандарҙы, социаль селтәрҙәрҙе файҙалана алған партия йәки кандидаттар өҫтөнөрәк буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта был кандидат урам буйынан инмәгән, меңәр кешегә ҡул биргән, һайлаусылар менән йөҙләгән осрашыу үткәргән кеше булырға тейеш.

Башҡортостанда депутатлыҡҡа кандидаттар төбәк кешеләре менән тығыҙ аралашты. Улар кешеләрҙең нисек йәшәүен күрҙе, уларҙың ҡурҡыу-хәүефтәрен аңланы. Халыҡҡа кәрәкле ғәмәлдәргә иғтибарлы булыу мөһим. Властҡа ҡарата талапсанлыҡ та артты. Тимәк, юғары структураларға кешеләрҙең ышанысын аҡлау өсөн ныҡ эшләргә тура киләсәк", – тине ул.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: