Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Сентябрь 2021, 13:30

Һайлауҙың киләсәге электрон тауыш биреүгә бәйлеме?

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының ғилми хеҙмәткәре Арсен Шәйәхмәтов һайлау буйынса фекере менән уртаҡлашты

Һайлауҙың киләсәге электрон тауыш биреүгә бәйлеме?
Һайлауҙың киләсәге электрон тауыш биреүгә бәйлеме?

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының ғилми хеҙмәткәре Арсен Шәйәхмәтов һайлауҙың өс көн барыуы буйынса фекере менән уртаҡлашты:

– Өс көн тауыш биреүгә килгәндә, ул тәү сиратта эпидемиологик хәлгә бәйле. Әммә, минеңсә, бындай алым һайлау барышының асыҡлығына кире йоғонто яһаны, сөнки участкаларҙы өс көн дауамында күҙәтеүселәр менән тәьмин итеү – ауыр бурыс һәм төнгө күҙәтеүҙе лә ойоштороу мөмкин түгел.

Электрон тауыш биреү төрөнә килгәндә, минең уйлауымса, уның киләсәге бар һәм электрон төр һис шикһеҙ кәрәк. Алдағы йылдарҙа был тәжрибә нығыраҡ тараласағын күрәсәкбеҙ һәм 2030 йылға шундай тауыш биреү буласаҡ. Был форма кандидат өсөн ирекле тауыш биреүгә булышлыҡ итә, шулай уҡ һөҙөмтәләрҙе тиҙерәк бирә.

 

Һайлау һөҙөмтәләренә килгәндә, төбәктәр буйынса һандар айырыла. Был ғәжәпләнеү тыуҙыра, сөнки беҙҙең төбәктә экзитпол күрһәткестәре буйынса “Ғәҙел Рәсәй” партияһы 1 процент йыя. Был бик түбән күрһәткес. Икенсе яҡтан, “Яңы кешеләр” партияһы күп төбәктәрҙә яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште, уларҙың Дәүләт Думаһына үтере аңлашыла. Пенсионерҙар партияһы ҡайһы бер төбәктәрҙә биш процентлыҡ сикте үтте, һәм улар ҙа Дәүләт Думаһына мандат алыу мөмкинлегенә эйә. Дөйөм алғанда электрон һәм барып тауыш биреү араһында әллә ни айырма юҡ. Һандар үҙ-ара бәйле. Ҡайһа бер төбәктәрҙә ҙур айырма күҙәтелә, әммә был берәмек күрһәткестәр.  

     

Фото: YouTube

#Һайлау2021#Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор

                        

 

 

 

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: