Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Сентябрь 2021, 09:15

Беҙ үҫеш юлын һайланыҡ

Башҡортостанда һайлау ойошҡан рәүештә үтте.

“ЗАГС-тан һуң тура һайлауға”, – ти Гүзәл һәм Рушан Сәйетовтар.
“ЗАГС-тан һуң тура һайлауға”, – ти Гүзәл һәм Рушан Сәйетовтар.

Уҙған ялдарҙа бар ил өсөн мөһим сәйәси ваҡиға – һайлау үтте. Быйылғы сәйәси кампанияның төп үҙенсәлеге – ул тәүге тапҡыр өс көн – 17, 18 һәм 19 сентябрҙә дауам итте. Был хәүефһеҙлекте күҙ уңында тотоп эшләнде – нисек кенә булмаһын, донъяла әле һаман коронавирус пандемияһы туҡтамай.

 17 сентябрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙә республикалағы барлыҡ һайлау участкалары үҙ ишектәрен асты. Башҡортостанда гражданлыҡ бурысын үтәп, тауыш бирергә теләгән кешеләр өсөн 3403 һайлау участкаһы эшләне. Шул иҫәптән дауаханаларҙа, кешеләр һаҡ аҫтында тотолған урындарҙа, шифаханаларҙа, тимер юлы вокзалында, ҡарттар йорттарында.

Рәсәйҙә теркәлмәгән кешеләр баш ҡалала Посад урамы, 26-сы йортта тауыш бирә алды. 272 ауылда 30 мең самаһы кеше күсмә участка-авто­бустарҙа тауыш биреү мөмкинлеге алды. Инвалидтар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булғандарға комиссия ағзалары өйҙәренә барҙы.

Башҡортостанда тауыш биреүселәр һаны өс миллиондан ашыу, 43 мең кеше быйыл беренсе тапҡыр һайлауға барҙы. Дөйөм алғанда, республика өсөн һәр төрлө бюллетендәрҙе 3030100 дана күләмендә баҫтырғандар ине, шул иҫәптән КОИБ аша тауыш биреүселәр өсөн – 742900. Һәр ваҡыттағыса, бюллетенде һайлау мөмкинлеге булды: улар рус, башҡорт һәм татар телендә баҫылған.

Өс көн дауамында республика халҡы Дәүләт Думаһына депутаттар һайланы. Шулай уҡ Башҡортостанда өс округта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары өсөн тауыш бирҙеләр. Өфө, Белорет, Бөрө, Өфө районының Йоматау ауыл советында урындағы советтар депутаттары һайланды, күп кенә ҡала һәм райондарҙа советтарға өҫтәмә һайлауҙар ҙа ойошторолдо.

 

Бар мәғлүмәт ваҡытында еткерелде

 

Башҡортостанда һайлау барышы журналистар тарафынан бик киң яҡтыртылып барҙы. Ошо маҡсатта Өфөлә Crowne Plaza ҡунаҡханаһы майҙанында “Һайлау төнө. Һайлан­ғандар ваҡыты” йәмәғәт матбуғат үҙәге ойошторолдо. Үҙәк өс көн дауамында – иртәнге һигеҙҙән киске унға, ә 19 сентябрҙә төнгө бергә тиклем асыҡ булды.

Был көндәрҙә унда йөҙәрләгән журналист, блогер, хәбәрсе эшләне һәм халыҡҡа һайлау барышы, унда килгән кешеләр һаны, участкаларҙағы хәл тураһында мәғлүмәт биреп торҙо, эксперттар, политологтар, кандидаттар һәм хоҡуҡ һаҡсыларының фекерен белеште. Даими рәүештә үткәрелгән брифингтарҙа Үҙәк һайлау комиссияһы вәкилдәре, Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре, политологтар һәм баш­ҡа яуаплы кешеләр журналис­тар­ҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Шулай уҡ республиканың район һәм ҡала­ла­рындағы участка һайлау комиссияларынан тура бәйләнештәр ҙә булып торҙо.

Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшенә Баш­ҡортостан Башлығы ҡарама­ғындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ инс­титуттарын үҫтереү буйынса совет рәйесе Владимир Барабаш етәкселек итте. Уның белдереүенсә, һуңғы ва­ҡыт­та һайлауҙа йәмәғәт контроле яҡшырҙы. Шулай уҡ яңы технологиялар ҙа тауыш биреүҙең асыҡлығын тәьмин итә.

Әйткәндәй, һайлауҙың тәүге көнөнән Өфөлә Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге лә эшләне. Ул М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры бинаһында урынлашҡан ине. Бында “зәңгәр экран”дар аша бер юлы 48 һайлау участкаһын күреү мөмкинлеге ҡаралғайны. Штаб етәксеһе, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ольга Панчихина белдереүенсә, өс көн дауамында үҙәктә 1300 күҙәтеүсе эшләгән.

Бынан тыш, тауыш биреүгә бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк ойошторолдо. Унда күп каналлы 8 (347) 280-89-90 телефоны буйынса бушлай шылтыратып, мәғлүмәттәр алырға мөмкин ине.

Дөйөм алғанда, төбәктә тауыш биреү барышын 1320 видеокүҙәтеү камераһы аша ҡарап була ине, участкаларҙа тиҫ­тәләгән мең күҙәтеүсе эшләне, сараны 500-ҙән ашыу журналист яҡтыртты.

 

Һәр кем хоҡуғын үтәй алды

 

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡорт­останда стационар участкаларҙан тыш, 39 ваҡытлы һайлау участкаһы ла эш­ләне. Улар дауаханаларҙа, шифаха­наларҙа, тәфтиш изоляторҙарында, тимер юлы вокзалында һәм Архангел районындағы ҡарттар йортонда урынлаштырылды.

“Һәр кемдең һайлау хоҡуғы бар һәм беҙ быны тәьмин итергә тейешбеҙ. Шуға ла әлеге урындарҙа ваҡытлыса һайлау участкалары булдырылды. Шуныһы, улар бер көн генә эшләне – 19 сентябрҙә”, – тине был турала Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов.

Дауаханаларҙағы һайлау участкалары ябыҡ режимда эшләне, сөнки медицина учреждениеһы махсус объекттарға ҡарай. Һайлаусылар һаны күп булмау сәбәпле, уларҙа тауыш биреү бер генә көн үтә. Сарала ҡатнашыу өсөн дауаланыусылар ғариза яҙа һәм һайлау ойошторолған корпусҡа барып, гражданлыҡ бурысын үтәй алды. Бында ла барлыҡ санитар-гигиена талаптар үтәлде. Ковид-госпиталдәрҙә һайлау участкалары ҡаралманы, ундағы сирлеләр тауыш бирә алманы.

Республикала өс миллиондан саҡ ҡына күберәк кеше һайлау хоҡуғына эйә, тигәйнек. Шуларҙың 240 меңе – һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр. Һигеҙ мең кеше – күреү һәләте буйынса инвалид. Улар үҙ гражданлыҡ бурыстарын нисек үтәне?

Тәү сиратта, инвалидтар өйҙән һайлай алды. Шулай уҡ һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған ете һайлау участкаһы ойошторолдо. Уларҙың икәүһе – Өфөлә, өсәүһе – Бәләбәйҙә һәм Белорет менән Стәрлетамаҡта берәр участка бар. Был участкаларҙың бөтәһе лә насар хәрәкәтләнгән граждандар күпләп йәшәгән урында урынлашҡан, махсус һандалдар, пандустар менән йыһазландырылған ине.

“Инвалидтар өйҙән һайлай алһа ла, тауыш биреү – улар өсөн байрам, кешеләр менән күрешеү мөмкинлеге. Һәм беҙ уларҙың был теләген тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иттек, шарттар булдырҙыҡ. Әйткәндәй, бөгөнгә ҡарата республикала һайлау участкаларының 80 процентында пандустар йәки персоналды саҡырыу төймәһе бар. Булмаған ерҙә ирекмәндәр дежур итә, улар ярҙам тәҡдим итә”, – тине Үҙәк һайлау комиссияһы белгесе Елена Лысова.

Һуҡырҙар һәм насар күргәндәргә тауыш биреү өсөн махсус трафареттар һәм лупалар бирелде. Участкаларҙа һуҡырҙар йәмғиәте вәкилдәре һәм ирекмәндәр эшләне.

 

Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү – төп бурыс

 

Быйыл һайлау илдә дауам иткән коронавирус пандемияһы шарттарында үтте. Шуға күрә һайлау участкаларында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү төп бурыс булып ҡалды. Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак күрелгән хәүефһеҙлек саралары тураһында һөйләне.

“Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы санитар талаптарҙы үтәүгә бик ҙур иғтибар бүленде. Санитар инспек­торҙар республиканың бөтә һайлау участкаларын тикшереп сыҡты. Был – көндәлек эшмәкәрлеккә өҫтәмә көсөргәнеш, тик граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – беҙҙең төп бурыс. Белгестәребеҙ участкаларға сыҡты һәм талаптарҙың нисек үтәлеүен тикшерҙе. Айырыуса ҙур предприятие хеҙмәткәрҙәре киләсәк урындарға иғтибар бирелде”, – тине ул.

 

Европаға өлгө булырлыҡ

 

Быйыл республикалағы һайлау барышын өс көн дауамында сит ил ҡу­наҡ­тары – Германия Федератив Рес­пуб­ликаһының Бундестаг депутаты, тикшереү буйынса комиссия рәйесе Штефан Койтер, Никарагуа Респуб­ликаһының һайлау советы магистраты Альма Нубия Бальтодано Марсенаро һәм Никарагуа Республикаһы Президентының инвестиция, сауҙа һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшсеһе Лауреано Факундо Ортега Мурильо, Европарламент депутаты, Словакия вәкиле Мирослав Радачовский һәм уның улы – Европа парламенты сәйәси кәңәшсеһе Михаил Радачовский күҙәтте.

– Күрелгән сараларҙы ҡараныҡ, һайлау тураһындағы законға тауыш биреүҙе ойоштороу тура киләме-юҡмы икәнен тикшерҙек. Беҙгә барлыҡ сараны ҡарау мөһим һәм бигерәк тә пандемия ваҡытында. Участкаларҙа яҡшы ҡабул иттеләр. Бөтәһе лә һәйбәт ойошторолған, – тине Альма Нубия Бальтодано Марсенаро.

Ул беҙҙә һайлау участкаларында ҡатын-ҡыҙҙың күп эшләүенә иғтибар иткән, коронавирустан һаҡланыу маҡсатында күрелгән сараларҙы ла оҡшатҡан. Әйткәндәй, Никарагуала Рәсәйҙә етештерелгән “Спутник V” вакцинаһын яһаталар икән һәм уға унда ҡытлыҡ, шуға ла 40 йәштән өлкәндәргә генә эшләйҙәр.

Германиянан Штефан Койтер Рәсәйгә эксперт булараҡ өсөнсө тапҡыр килә. 2020 йылда Рәсәй Конститу­ция­һына үҙгәрештәр индереү буйынса уҙғарылған Бөтә Рәсәй тауыш биреү сараһын күҙәтеп, биш участкала булған. “Береһендә лә ҡағиҙә боҙоуҙарҙы күрмәнем. Йәмәғәт күҙәтеүселәре менән аралашып өлгөрҙөм. Башҡортос­танда сараны ойоштороу оҡшай, Өфөлә лә, ҡаланан ситтә лә булдыҡ”, – тине Штефан Койтер. Ул участкаларҙағы видеокүҙәтеүҙәргә лә иғтибар иткән.

“Рәсәй граждандарға һайлауҙа иреклекте тәьмин итә. Илдән делегацияның ноябрҙә Никарагуала уҙасаҡ һайлауҙы күҙәтеүен теләйбеҙ”, – тине Лауреано Факундо Ортега Мурильо. Эш сәфәре сиктәрендә, ул республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров менән осрашҡан. Ике арала төрлө йүнәлештәрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре тураһында һөйләшкәндәр.

– Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәгендә булып, участкаларҙа видеокамералар урынлаштырыуына ышандыҡ. Өс меңдән ашыу һайлау участкаһына камералар ҡуйылған, улар аша тауыш биреү барышын онлайн тәртиптә күҙәтергә мөмкин. Видеокүҙәтеү системаһы яҡшы. Бөтәһе лә асыҡ, – тине Альма Нубия Бальтодано Марсенаро.

Европанан килгән күҙәтеүселәр ҙә был фекер менән килешә. Улар Башҡортостан халҡының һайлауҙа күпләп ҡатнашыуын белдерҙе.

– Үҙ ҡарашыңды белдереү – ирекле һәм демократик процесс. Сараны уҙғарыу барышында техник ҡора­малдар юғары кимәлдә файҙаланылды. Минең уйлауымса, әлеге һайлауҙы ойоштороу һәм үткәреү – Европа өсөн яҡшы стандарт, – тине Европарламент депутаты, Словакия вәкиле Мирослав Радачовский.

Европа парламентында сәйәси кәңәшсеһе Михаил Радачовский фе­керенсә, Көнбайыш Европаға Көнсығыш Европанан, шул иҫәптән Рәсәйҙән өйрәнәһе нәмәләр бар.

– Рәсәйҙә һайлау юғары кимәлдә үтә. Уның тураһында бер ниндәй насар нәмә әйтә алмайым. Мобиль ҡушымта, ситтән тороп тауыш биреү, видео­күҙәтеү системаһы – быларҙың барыһы ла һоҡландырҙы, – тине Мирослав Радачовский.

Германия Федератив Республика­һының Бундестаг депутаты Штефан Койтер һайлауҙы күҙәтеүҙең өсөнсө көнөндә: “Күп кешеләр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән аралаштым. Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда һайлау тураһында ғәҙел фекер тыуһын өсөн был етерлек. Сара барышының асыҡ булыуына инандыҡ”, – тине.

 

Сит ил ҡунаҡтары – Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәгендә

 

Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, һайлауҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы етәксеһе Ольга Панчихина сит ил вәкилдәрен үҙәктең эше менән яҡындан таныштырҙы, уларҙы ҡыҙыҡ­һындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Мәҫәлән, Никарагуа ҡунаҡтарын һәр участкала нисә камера ҡуйылғаны, күҙәтеү процесы ҡайһылай ойошто­рол­ғаны, һайлау участкаһында ре­гистра­торҙың, төндә камераларҙың нисек эшләүе, бюллетенде сейфҡа һалыу барышының нисек сағылыуы һәм башҡалар тураһында һорауҙар бирҙе.

– Яҙма күпме ваҡыт һаҡлана? – тип ҡыҙыҡһынды Никарагуанан Альма Нубия Бальтодано Марсенаро.

– Бер нисә көндән йәки айҙан һуң Башҡортостандың Үҙәк һайлау комис­сияһы йәки Рәсәй Үҙәк һайлау ко­миссияһы һорауы буйынса кандидат­тарға, шулай уҡ партия вәкилдәренә алырға мөмкин, – тип яуапланы Ольга Юрьевна.  

Делегаттар бөгөн үҙҙәре булған 114-се, 3511-се, 1494-се һайлау участкаларын ҡарау теләген белдергән, шулай уҡ уларға журналистарҙың, йәмәғәт­селектең иғтибарын йәлеп иткән 371-се участканы ҡарарға тәҡдим иткәндәр.

Европарламент депутаты Мирослав Радачовский, Литваның элекке премьер-министры Андриус Кубилюстың тәҡдиме буйынса, Европарламенттың халыҡ-ара комитетының Рәсәйҙә һайлау һәм граждандарҙың башҡа хоҡуҡтары боҙолоуы тураһындағы докладын ҡабул итеүе тураһында белдерҙе. Мирослав Радачовский был докладҡа ҡаршы сығыш яһаған.

“Унда видеоһүрәт бик сифатлы. Экрандарҙан урналар, сейфтар, тауыш биреү өсөн күсмә ҡумталар яҡшы күренә. Бөтәһе лә асыҡ. Үҙәктә корона­вирусҡа ҡаршы барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлә. Унда күҙәтеүселәр, Йәмәғәт палатаһы ағзалары, эксперттар, политологтар, әңгәмә алып хәлде анализлаған киң мәғлүмәт саралары эшләй”, – тине политолог, иҡтисадсы, Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты Константин Кузьминых.

Башҡортостанда Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге беренсе тапҡыр ойошторолдо, ошондай уҡ пункттар Рәсәйҙең 85 субъектында эшләне. Беҙҙәгендә респуб­ликаның 48 участкаһын сиратлап күрһәтелде. Йәмәғәт штабы ағзалары тәүлек әйләнәһенә һайлауҙы күҙәтеү маҡсатында дежурлыҡ итте.

 

Ҡайҙа нисек һайланылар?

 

Башҡортостан кешеләре нисек һайланы? Беҙҙә һәр тауыш биреү ойошҡан үтеүе һәм кешеләрҙең күпләп килеүе менән айырыла. Быйыл да халыҡ әүҙемлек күрһәтте. Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, 17 сентябрҙә – һайлаусыларҙың 25,82 проценты, 18 сентябрҙә 48,53 процент һәм 19 сентябрҙә – 72,88  процент килеп тауыш бирҙе. Һәр ваҡыттағыса райондар ҡалаларға ҡарағанда әүҙемлек күрһәтте, шулай уҡ Өфөлә лә тауыш биреүселәр күп булды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатыны Каринэ Владимировна менән мөһим сәйәси сарала ҡатнашты. Улар “Башҡортостан” дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Республика етәксеһе белдереүенсә, һайлау – илебеҙ өсөн бик мөһим ваҡиға, сөнки барыбыҙ бергә алдағы биш йылға Рәсәйҙең сәйәси курсын билдәләйбеҙ, Хөкүмәт менән хеҙмәттәшлек алып барған, ил Президентына ярҙам иткән Дәүләт Думаһының составы ниндәй буласағын хәл итәбеҙ.

“Өс көн тауыш биреү халыҡ өсөн уңайлы. Кеше ҡайһы көндә участкаға барып һайлау мөмкинлеген хәл итә ала. Шул уҡ ваҡытта был һайлау системаһына етди көсөргәнеш тә булып ята. Әгәр элек комиссиялар бер көн эшләһә, хәҙер – өс. Быларҙың барыһы ла бик күп ойоштороу мәсьәләләренә бәйле, бюллетендәрҙе, һайлау участкаларын һаҡлауҙы ойоштороу кәрәк. Өҫтәүенә беҙ һайлауҙы еңел булмаған ваҡытта үткәрәбеҙ – коронавирус бер ҡайҙа ла китмәгән. Шуға күрә барлыҡ санитар-эпидемиологик нормаларҙы ла үтәргә тейешбеҙ. Әлбиттә, был – ҙур көсөргәнеш. Тик тағы бер тапҡыр әйтәм: халыҡ өсөн уңайлы”, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы республикала һайларға килеүселәрҙең күп булыуын да билдәләне.

Алдағы йылдарҙа һайлау процесы нисек ойошторолор? Электрон тауыш биреү Башҡортостанға ҡасан килеп етер? Эксперттар ошо һорауҙарға яуап бирергә тырышты. Уларҙың фекерҙәре тура килде: киләсәк – электрон тауыш биреүҙә.

Башҡортостан Башлығы ҡарамағын­дағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет рәйесе Владимир Барабаш фекеренсә, һанлы тауыш биреү – бөгөнгө көндөң иң мөһим новеллаһы.

“Әле журналистар әүҙем рәүештә Президент Владимир Путиндың электрон тауыш биреүе тураһында хәбәр итә: ил етәксеһе ҡурсаланыу тәртибен­дә. Яңылышмаһам, ете төбәктә ошо һайлауҙа уҡ тест режимында электрон һайлау индерелде. Был турала бөтә ил буйынса ҡарар ҡабул ителһә, ул барлыҡ электораль картинаны үҙгәр­тәсәк. Кешеләр донъяның төрлө нөктә­ләренән тауыш бирә аласаҡ. Дөрөҫ һаналмаған бюллетендәр, һөҙөмтәлә алдашыуҙар булыуына шикләнеү тыумаясаҡ. Шунда уҡ һандарҙы күреп бара аласаҡбыҙ. Тауыш биреүселәрҙең әүҙемлеге лә артыр тип уйлайым.

Хәҙер тест үткәрелгән төбәктәр тәжрибәһе өйрәнеләсәк, был алым хупланһа, бар илгә таратыласаҡ.

Биш йылдан, киләһе Дума һайлауҙарына, Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла тауыш бирә алырбыҙ тип уйлайым. Был яңылыҡ һайлау процесын бөтөнләй үҙгәртер, моғайын”, – тине Владимир Барабаш.

Аҙаҡ 19 сентябрҙә “Һайлау төнө. Һайланғандар ваҡыты” йәмәғәт үҙәгенә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барҙы һәм, журналистар менән аралашып, өс көнлөк һайлау барышына бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты.

– Башҡортостанда һайлау һәйбәт, лайыҡлы һәм ойошҡан үтте. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һайлаусыларҙың 70 проценты килде. Улар өс көн буйы әүҙемлек күрһәтте. Беҙ муниципалитеттарҙа һайлау байрам булып үтһен өсөн тырыштыҡ, был беҙҙең элекке матур йола, – тине ул. – Миңә билдәле булыуынса, әллә ни етешһеҙлектәр, закон боҙоуҙар булмаған. Эйе, ниндәйҙер ялыуҙар бар, уларҙың барыһын да теркәгәндәр һәм тикшергәндәр. Шуны әйтә алам, ошо өс көн эсендә “Инцидент-менеджмент” системаһы теркәгән 1380 ялыуҙың 39-ы ғына һайлауға ҡағылды. Кешеләрҙе ябай көнкүреш мәсьәләләре борсой: транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юлдар, мәғариф...

Радий Фәрит улы белдереүенсә, Дәүләт Думаһына үткән Башҡортостан депутаттары алдына ҡуйылған мөһим бурыс – төбәк мәнфәғәттәренә ҡағылған файҙалы башланғыстарҙы хуплау һәм үҫтереү. Шулай уҡ Өфө ҡала Советына һайланған депутаттар ҙа төрлө тармаҡтарҙа эшләрҙәр, тигән ышаныс белдерҙе.

– Беҙҙең – бер илебеҙ, бер республи­кабыҙ. Беҙ бөтәбеҙ бергә үҫеш юлы буйлап китергә тейеш. Һайлауҙа ҡат­наш­ҡан һәр кемгә ҙур рәхмәтемде әй­тәм. Беҙ был сараны лайыҡлы үткәр­гәнбеҙҙер тип ышанам, – тине ул.

 

Борис НУРИСЛАМОВ, “Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһы башҡарма директоры:

– Мәғлүм булыуынса, Башҡорт­останда төпкөлдәге 300 самаһы биләмә халҡы урындарға сығып ойошторолған участка һайлау комиссиялары ярҙамында тауыш бирҙе. Бындай эш 22 муниципалитетта башҡарылды. Урындарға сығып эшләгән участка һайлау комиссиялары ағзалары санитар-гигиена әйберҙәре менән тәьмин ителгән, шул иҫәптән транспорт саралары менән дә.

Өс көн тауыш биреү ваҡытында 150 транспорт бригадаһы урын­дарға сығып эшләне.

Беҙ депутаттарға халыҡтың ихтыяждарын еткерергә тыры­шабыҙ. Район хакимиәттәре баш­лыҡтары һәм хеҙмәткәрҙәре менән берлектә системалы эш алып барабыҙ. Төрлө федераль проекттар күп, шуларға эләгеү өсөн документтар әҙерләү буйынса уларға мөрәжәғәт итәбеҙ. Депутаттар беҙҙең мөрәжәғәттәрҙе федераль башҡарма органдарға еткерергә тейеш.

Бөгөн республикала 54 муниципаль район, туғыҙ ҡала округы, ҡала тибындағы 14 тораҡ пункты,  818 ауыл биләмәһе бар. Ошо урындарҙан халыҡты борсоған төрлө мәсьә­ләләрҙе йыйып, республика башҡарма органдарына еткереп торабыҙ.

 

Азат ЙӘНГИРОВ, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры:

– Сәйәси сара тыныс үтте. Матур итеп ойошторолған. Ҙур әҙерлек эше алып барылғанлығы күренеп тора. Дөйөм алғанда, Рәсәй кимәле менән сағыштырһаҡ, беҙҙә әүҙемлек күпкә юғары.

Әлбиттә, Дәүләт Думаһына һайлауға иғтибар нығыраҡ бирелә, улар тураһында күберәк һүҙ алып барыла, телевидениела ла, радиола ла. Муниципаль кимәлдәгегә иһә иғтибар етеңкерәмәй, быға ҡараш­ты үҙгәртергә кәрәк. Ауыл һәм ҡала советтары депутаттары халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, урындағы мәсьәләләрҙе хәл итә. Шуға ла уларға иғтибар күберәк булырға тейеш, тип уйлайым.

Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы советына депутаттар һайлау ҙа республика өсөн мөһим. Белеүебеҙсә, баш ҡалабыҙ Башҡортостан иҡтиса­дында ҙур урын биләй. Икенсенән, Өфөлә республика халҡының 25 проценты йәшәй – бер миллиондан ашыу кеше. Баш ҡаланың юбилейы яҡынлаша, ҙур саралар ҡаралған. Ошо эштәрҙең барышы ла һай­ланған депутаттарға бәйле буласаҡ.

Шуны ла өҫтәп билдәләр инем, үткән һайлауҙар менән сағыш­тырғанда, был юлы депутатлыҡҡа йәштәрҙең күберәк ынтылыуы күҙәтелде, уларҙың өлөшө сәйә­сәттә лә арта.

20 сентябрҙең 17:00 сәғәтенә ҡарата протоколдарҙың 98,27 проценты эшкәртелгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республикала тауыш биреүселәрҙең 72,85 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән. Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙа 14 сәйәси партия ҡатнашҡан.Федераль округ буйынса Башҡортостан Республикаһында яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Берҙәм Рәсәй” – 67,45, КПРФ – 14,75, ЛДПР – 7,73, “Яңы кешеләр” – 2,83, Ғәҙел Рәсәй – ғәҙеллек өсөн – 2,62, Пенсионерҙар партияһы 1,04 процент тауыш менән алда бара. Ҡалған партиялар бер процент та йыймаған.Тауыш биреүселәрҙең әүҙемлеге буйынса иң яҡшы күрһәткес Салауат районында – 96,4 процент, икенсе урында – Благовар (93,6 процент), Тәтешле районы  – 92,89 процент.Ҡалалар араһында Салауат ҡалаһы әүҙем булған – 75,45 процент, Сибай – 73,55 процент, Октябрьский 70,25 процент һөҙөмтә биргән.

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА, Рәмилә МУСИНА.

Читайте нас: