Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Сентябрь 2021, 08:15

“Берҙәм Рәсәй” позицияһын яҡшыртты

“Дөйөм алғанда юғары һөҙөмтәләр төбәк Башлығы Радий Хәбировтың халыҡ араһындағы юғары рейтингын күрһәтә”, – тине Андрей Иванов.

“Берҙәм Рәсәй” позицияһын яҡшыртты
“Берҙәм Рәсәй” позицияһын яҡшыртты

Өс көн дауам иткән һайлауҙың тәүге йомғаҡтары билдәле. Улар тураһында үҙенең фекере менән “Правда ПФО” баҫмаһының баш мөхәррире Андрей Иванов уртаҡлашты.

– Башҡортостанда һайлау йомғаҡтарының ошолай булыры көтөлгән ине. “Берҙәм Рәсәй” Радий Хәбиров менән үҙенең позицияларын бермә-бер яҡшыртты, биш йыл элек уларҙың рейтингы күпкә түбәнерәк ине. Һайлауға кешеләр күп килде, “Берҙәм Рәсәй” ҙә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте, – тине ул.

Журналистың фекере буйынса, ҡайһы бер башҡа парламент партияларының йә һайлау кампанияһынан ситтә ҡалыуы, йәки “Ғәҙел Рәсәй”ҙәге кеүек аңлашылмаусанлыҡ килеп сығыуы ла уларға ярҙам иткән.

“Дөйөм алғанда юғары һөҙөмтәләр төбәк Башлығы Радий Хәбировтың халыҡ араһындағы юғары рейтингын күрһәтә”, – тине Андрей Иванов.

Һайлауҙағы етешһеҙлектәргә килгәндә, эксперт фекере буйынса ул дөйөм федераль кимәлдәгенән әллә ни айырылмай.

– Һайланған кандидаттар ниндәй генә партия аша үтмәһен, парламентта эшләгәндә бик тырышырҙар тип ышанғы килә, сөнки тап ошоноң өсөн улар һайланды бит, – тине ул.

Фото: Бәйләнештә. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: