Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Сентябрь 2021, 13:45

Блогер һайлау буйынса нимә уйлай?

Владимир Кобзев: "Бик етди һәм яугирҙәрсә рухта булдым. Бөтәһен дә асып һалам, тип көттөм"

Блогер һайлау буйынса нимә уйлай?
Блогер һайлау буйынса нимә уйлай?

Блогер, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса Совет ағзаһы Владимир Кобзев Дәүләт Думаһына тауыш биреү тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты. Ул Өфөләге 210-се һайлау участкаһында тауыш биреүҙе күҙәткән.

– Мин һайлау бырышын өс көн дауамында күҙәттем. Бик етди һәм яугирҙәрсә рухта булдым. Бөтәһен дә асып һалам, тип көттөм. Әммә бер етешһеҙлекте лә тапманым. Бөтәһе лә ойошҡан үтте. Халыҡ күп килде. Әүҙемлек ҡапыл артып йәки һүлпәнәйеп китеүе күҙәтелмәне. Төрлө партияларҙан күҙәтеүселәр менән һөйләштем. Зарланыусылар юҡ. Бер һайлау урнаһы ярыҡ булыуын иҫәпкә алмағанда, – тине Владимир Кобзев.

Фото: Владимир Кобзевтың фейсбугынан.        

#Һайлау2021#Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор

 

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: