Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Сентябрь 2021, 05:45

Ғәҙел һайлау күҙәтеүселәр менән тәьмин ителә

Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров республикала һайлау кампанияһы буйынса фекере менән уртаҡлашты.

Ғәҙел һайлау күҙәтеүселәр менән тәьмин ителәҒәҙел һайлау күҙәтеүселәр менән тәьмин ителә
Ғәҙел һайлау күҙәтеүселәр менән тәьмин ителә

Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров республикала һайлау кампанияһы буйынса фекере менән уртаҡлашты.

– Халыҡтың юғары гражданлыҡ яуаплылығын күһәтеүен билдәләргә кәрәк. Республикала һайлауҙа ҡатнашҡандар һаны 70 процент самаһы тәшкил итә тип әйтә алабыҙ, был Бөтә Рәсәй кимәленән юғары.

Тәү сиратта ауыл халҡы әүҙемлек күрһәтте. Тауыш биреү яҡшы булыуының сәбәбе – Башҡортостанда һайлауға хөрмәт менән ҡарау традицияһы, – тине Азат Йәнгиров.

Эксперт белдереүенсә, өс көн һайлау төрө һайлаусы өсөн уңайлы. Әммә был режим кандидаттарға һәм һайлау комиссияһына ҡыйынлыҡтар тыуҙыра: уларҙың иңенә ҙур йөк ятты. Ул күҙәтеүселәрҙең эшен дә билдәләп үтте.

– Миңә Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәгенең эше оҡшаны, шулай уҡ үҙем дә унда ҡатнаштым. Видеотрансляция ҙур экранда күрһәтелде, был сығанаҡтарҙы сарыф итеүгә юл ҡуйманы – ваҡытты һәм кешеләрҙе. Минең уйлауымса, ғәҙел һайлау күҙәтеүселәр менән тәьмин ителә, һайлауға килеү һәм халыҡтың уҙғарылған сараға мөнәсәбәте менән. Һайлау уңышлы үтте, тип иҫәпләргә була, – тип йомғаҡланы Азат Йәнгиров.    

Фото: https://gorobzor.ru/novosti/obschestvo/160874-mozhno-schitat-chto-vybory-sostoyalis-ekspert-vyskazal-svoe-mnenie-o-proshedshem-golosovanii

#Һайлау2021#Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас