Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Сентябрь 2021, 13:15

Етди етешһеҙлектәр булманы

Һайлау көндәрендә Йәмәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәте граждандарҙан 97 шылтыратыу ҡабул иткән

Етди етешһеҙлектәр булманы
Етди етешһеҙлектәр булманы

Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, 2021 йылғы һайлауҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы етәксеһе Ольга Панчихина штаб эшенә йомғаҡ яһаны. Уның белдереүенсә, үткән һайлауҙа бик күп маҡсатлы алымдар ҡулланылған: күп һанлы йәмәғәт күҙәтеүселәре, һайлау участкаларында һайлау бырышын онлайн күрһәткән стендтар, йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге һәм башҡалар. Шулай уҡ ул социаль селтәрҙәрҙә ҡулланыусыларҙың әүҙемлеген дә билдәләп китте.

– Былар барыһы ла һайлауҙың үтә күренмәлеген һәм асыҡлығын тәьмин итте. Етди етешһеҙлектәр булманы, әммә улар Рәсәй Һәм Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы, “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһы аша килде, – тине Ольга Юрьевна.

Ольга Панчихина был мөрәжәғәттәр буйынса урынға сығыуҙары, һәр хәл күҙәтеү аҫтында булыуы тураһында һөйләне. 

 Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы матбуғат хеҙмәтенә 17–19 сентябрҙә граждандарҙан 97 шылтыратыу булған. Ике мобиль төркөм 40 участка һайлау комиссияларына барған. Тағы ла Стәрлетамаҡ, Нефтекамск, Октябрьский, Туймазы һәм Яңауыл райондары, Өфө ҡалаһаның Дим һәм Орджоникидзе райондары мобиль төркөмдәре 16 мөрәжәғәт буйынса сыҡҡан. Барлыҡ ялыуҙар ҙа ваҡытында ҡаралып килгән.   

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

#Һайлау2021#Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: