Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Сентябрь 2021, 08:45

Һәр мөрәжәғәт иғтибар үҙәгендә

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы һайлауҙы күҙәтеү буйынса бай тәжрибәгә эйә.

Һәр мөрәжәғәт иғтибар үҙәгендә
Һәр мөрәжәғәт иғтибар үҙәгендә

Мәғлүм булыуынса, быйылғы һайлауҙа Йәмәғәт палатаһынан ете меңдән ашыу күҙәтеүсе эшләне. Тауыш биреү ваҡытында ниндәй ялыуҙар килеүе тураһында Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исарғаҡова һөйләне.

– Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы һайлауҙы күҙәтеү буйынса бай тәжрибәгә эйә. Быйыл күҙәтеү системаһының киңәйеүен билдәләргә кәрәк. Беренсенән, был колл-үҙәк, унда Башҡортостандың һәр бер кешеһе шылтырата алды. Ул Башҡорт дәүләт академия драма театры бинаһында урынлашты. Икенсенән, Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында ла өс көн дауамында эксперттар, юристар булған мобиль төркөмдәр эшләне, – тип белдерҙе ул.

Уның һүҙҙәренсә, ведомство белгестәре социаль селтәрҙәрҙе лә күҙәтеп барған.

– Башҡортостандағы һайлау һөҙөмтәләренә йоғонто яһарлыҡ етди етешһеҙлектәр булманы. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе асыҡлау төрөнә ҡарай. Өйҙә тауыш биреүгә ҡағылышлы һорауҙар күп килде. Мәҫәлән, кешеләр ғариза биргән, урынға сыҡҡан бригаданы көтәләр – шуға бәйле хәлде асыҡланылар. Өйҙә һайлауға бәйле ғаризалар күп булғас, һайлау участкалары ваҡытында барып өлгөрә алмағандар. Өс көн дауамында уларҙың барыһы ла ҡатнашты. Асыҡланмаған һорауҙар ҡалманы, – тине Лида Исарғаҡова.

Фото: https://mgazeta.com/news/novosti/2021-09-20/na-izbiratelnyh-uchastkah-bashkirii-rabotalo-7-tysyach-nablyudateley-ot-obschestvennoy-palaty-2513034

#Һайлау2021#Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: