Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Сентябрь 2021, 09:00

Тауыҡ тотҡан өсөн ... штраф

Ҡатын барлыҡ суд инстанцияларын үткән, хатта Юғары судҡа барып еткән, әммә үҙенең хаҡлығын иҫбатлай алмаған.  

Тауыҡ тотҡан өсөн ... штраф
Тауыҡ тотҡан өсөн ... штраф

Волгоградта йәшәгән ҡатын урындағы Ерҙе файҙаланыу һәм һаҡлау буйынса инспекция хеҙмәткәрҙәре менән бәхәскә ингән. Инспекторҙар ҡатындың баҡса участкаһында тауыҡ ояһы күргән һәм хужабикәгә 10 мең һум күләмендә административ штраф һалған. Ҡатын барлыҡ суд инстанцияларын үткән, хатта Юғары судҡа барып еткән, әммә үҙенең хаҡлығын иҫбатлай алмаған.  

   Закон буйынса баҡса участкаһы граждандарға ял итеү һәм үҙ ихтыяжында ауыл хужалығы культураларын үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән. Шулай уҡ унда баҡса йорттары, торлаҡ йорттар, хужалыҡ биналары һәм гараж ултыртырға була. Участок шәхси хужалыҡҡа ҡараһа, хайуандар тотоу рөхсәт ителә. Шул уҡ ваҡытта, юристар әйтеүенсә, баҡса ерҙәрендә умарта ҡуйырға мөмкин, әммә күршеләрҙән рөхсәт алырға кәрәк.

Тауыҡ өсөн штраф күләме участканың кадастр хаҡынының 0,5–1 процентына тиң, әммә ул ун мең һумдан артмаҫҡа тейеш. Әгәр ҙә кадастр хаҡы билдәләнмәгән булһа, ул саҡта штраф 10-20 мең һум тәшкил итә.  

 Фото: sn74.ru

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: