Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Сентябрь 2021, 12:30

“Берҙәм Рәсәй” - беренсе

Сәйәси партиялар араһында һайлаусылар тауышы түбәндәгесә бүленгән...

“Берҙәм Рәсәй” - беренсе
“Берҙәм Рәсәй” - беренсе

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостан биләмәһе буйынса Рәсәй Федерацияһының VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлау буйынса комиссия ағзалары протоколдарҙың 100 процентын эшкәртеп бөткән.

Уның һөҙөмтәләре буйынса республикала һайлау хоҡуғы булған граждандарҙың 72,79 проценты тауыш биреүҙә ҡатнашҡан, йәғни 2189823 кеше.

Сәйәси партиялар араһында һайлаусылар тауышы түбәндәгесә бүленгән:

– “Берҙәм Рәсәй” – 66,61 процент;

– КПРФ –14,7 процент;

– ЛДПР – 8,67 процент

– "Яңы кешеләр – 2,79 процент;

– Ғәҙел Рәсәй – ғәҙеллек өсөн – 2,62 процент;

– Пенсионерҙар партияһы – 1,02 процент;

– Рәсәй коммунистары – 0,62 процент;

– “Зеленые” Рәсәй экологтар партияһы – 0,47 процент;

– “Яблоко” – 0,36 процент;

– Азатлыҡ һәм ғәҙеллек партияһы – 0,29 процент;

– РОДИНА – 0,24 процент;

- ЗЕЛЁНАЯ АЛЬТЕРНАТИВА – 0,22 процент;

- Үҫеш партияһы – 0,19 процент;

- Граждандар платформаһы – 0,18 процент.

Бер мандатлы окургтар буйынса һайлау һөҙөмтәһен төбәк һайлау комиссиялары сығара. Улар урындарҙа йомғаҡлау ултырыштары үткәргәндән һуң, республика халҡы алты бер мандатлы округ буйынса Дәүләт Думаһына депутат итеп кемдәрҙе һайлағаны билдәле буласаҡ.

Фото:karmaskaly-nov.ru

#Һайлау2021#Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: