

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәсми рәүештә Рәсәй Дәүләт Думаһына һигеҙенсе саҡырылышҡа һайланған депутаттар исемлеген раҫланы.
Башҡортостан нисә кеше һәм кемдәр үткән? Исемлекте тәҡдим итәбеҙ. “Берҙәм Рәсәй”ҙең партия исемлеге буйынса Дәүләт Думаһына Римма Үтәшева, Наталья Орлова, Владимир Сенин, Ирина Панькина, Ризуан Ҡорбанов һәм Рима Баталова үтте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин үҙ мандаттарынан баш тартты, һөҙөмтәлә улар исемлектә алтынсы һәм етенсе урында булған Ризуан Ҡорбанов менән Рима Баталоваға бирелде.
Тағы биш “Берҙәм Рәсәй” вәкиле бер мандатлы округтарҙа еңде. Улар - Эльвира Айытҡолова, Динар Ғилметдинов, Павел Качкаев, Зариф Байғусҡаров һәм Рафаэль Мәрҙәншин.
Яңы саҡырылышта үҙҙәренең депутат мандаттарын Александр Ющенко (КПРФ, партия исемлеге), Иван Сухарев (ЛДПР, партия исемлеге) һәм Рифат Шәйхетдинов (Гражданлыҡ көсө, Нефтекама бер мандатлы һайлау округы) һаҡланы.
Депутаттарыбыҙға уңыштар һәм Башҡортостан мәнфәғәтендә тырышып эшләүҙәрен теләйбеҙ!
Фото: rostov.rbc.ru