Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
28 Сентябрь 2021, 08:45

Етешһеҙлектәр реестрға индерелә

Бындай мәғлүмәттең кредит, ипотека алыуға ҡамасаулауы ихтимал.

Етешһеҙлектәр реестрға индереләЕтешһеҙлектәр реестрға индерелә
Етешһеҙлектәр реестрға индерелә

Хәҙер Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына дәүләт ер күҙәтеүе үткәреү һөҙөмтәләре, шул иҫәптән участкала асыҡланған етешһеҙлектәр тураһындағы мәғлүмәттәр индерелә.

Бындай мәғлүмәттәрҙең ер бүлеменә бәйле килешеү төҙөүҙе ҡатмарлаштырыуы, шулай уҡ кредит һәм ипотека алыуға ҡамасаулауы ихтимал.

– Контроль-күҙәтеү сараларының һөҙөмтәһе тикшерелгән бөтә ер участкалары буйынса күсемһеҙ милек реестрына индерелә. Етешһеҙлектәр тураһындағы мәғлүмәт милексенең ерҙән файҙаланыу йәһәтенән хоҡуғын сикләмәһә лә,  бындай милекте һатып алыусыларға уның хужаһы хаҡында тейешле һығымта яһарға ерлек тыуҙырасаҡ. Реестрҙағы бындай яҙма банктың ипотека кредиты биреүҙән баш тартыуына ла сәбәпсе булыуы ихтимал, – тине “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ленара Дегтярева.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, ерҙән файҙаланыусыларға ҡатмарлы практиканы иҫәпкә алып, үҙҙәренең участкаларында ер ҡануниәте нормаларын үтәү мәсьәләһендә иғтибарлыраҡ булырға, етешһеҙлектәр асыҡланған осраҡта, уларҙы тиҙ арала төҙәтеү сараһын күрергә кәрәк.

 

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52821

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52821

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас