Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
29 Сентябрь 2021, 18:50

Баш ҡала Советының яңы составына ышаныс белдерелде

"Улар ябай. Барлыҡ өфөләрҙең мәнфәғәттәрен яҡларҙар тигән өмөт бар", - тине Шамил Вәлиев.

Баш ҡала Советының яңы составына ышаныс белдерелдеБаш ҡала Советының яңы составына ышаныс белдерелде
Баш ҡала Советының яңы составына ышаныс белдерелде

“Өфө ҡалаһы Советының яңы саҡырылышы элекке кеүек сауҙагәрлек клубы түгел, ул тулыһынса төҙөүселәрҙән тормай. Шуға хөрмәтле граждандарыбыҙҙың элиталы һәм ярымэлиталы төркөмдәренең генә түгел, ә барлыҡ өфөләрҙең мәнфәғәттәре яҡланыр тигән өмөт бар. Улар ябай.

Өфө йәшел булып ҡалырға, тарихи мираҫ һаҡланырға һәм күҙҙәрҙе ҡыҙыҡтырырға тейеш. Өҫтәүенә тиҙҙән төҙөүселәргә ҙур биләмәне – Ағиҙел аръяғын – бирергә мөмкин: унда дәүләт программаһы буйынса һыу һәм башҡа инженер селтәрҙәре үткәрелә. Теләгең булғанса төҙө. 400 мең кешегә иҫәпләнгән күп ҡатлы йорттар һалып, шул уҡ ваҡытта Өфөнө матур, тағы яҡшыраҡ итергә була.

Шуныһы: ҡала Советының хәҙерге составына асыулы, талапсан граждан феномены менән осрашырға тура киләсәк. Ул Мәскәүҙә, Парижда, Рио-де-Жанейрола, ҡайҙа ғына сәйәхәттә булмаһын, дөрөҫ ҡала төҙөлөшөн күрә һәм һәм шул уңайлыҡтарҙы 28 миллиард бюджеты булған Өфөнән талап итергә тырыша. Бында бер нәмә лә өндәшмәй, яраҡлашырға һәм йәмәғәт киңлектәрен граждандарҙың фекерен, иң яҡшы тәжрибәләрҙе иҫәпкә алып ойошторорға тура килә.

Әлеге депутаттар кандидаттар сифатында осрашыуҙар үткәргән, үҙ округын сүп-сар урындарына тиклем өйрәнгән, граждандарҙың фекерҙәрен белә тип уйлайым.

Ҡала Советы һиҙелерлек “йәшәрҙе”, унда граждандар йәмғиәте вәкилдәре, ҡала геройҙары сифатындағы билдәле кешеләр күберәк – Валериан Гагин, уның өсөн Радий Хәбиров шәхсән тауыш биргән, Ирина Сухарева, Александр Мельников. Улар ҡала Советының яңырырына өмөт бирә.

Яҡын биш йыллыҡта баш ҡала яҙмышын Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Иглин, Шишмә райондары халҡы түгел, ә Өфөнөң үҙендә йәшәгәндәр хәл итһен ине. Улар ваҡытының күп өлөшөн беҙҙең менән баш ҡалала бергә үткәргән кешеләр булырға тейеш”, - тип Өфө ҡалаһы Советының яңырыуына аңлатма бирҙе Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев.

“Яңы состав йәшерәк, бынан тыш, йәмәғәтселәрҙең булыуы ҡыуандыра, уларҙы күптәр белә – Валериан Гагин, Оскар Лютов, Ирина Сухарева. Был кешеләр ҡала өсөн күп эшләне, хәҙер, депутат булғас, тағы ла ҙурыраҡ хеҙмәт күрһәтәсәк.

Бынан тыш, ҡала Советында йәмәғәтселектең төрлө яҡлы вәкилдәре барлыҡҡа килде, улар Өфөнөң үҫеше өсөн күпте эшләр тип ышанам”, - тине “АЯКС” фонды” юридик компанияһы генераль директоры, “БР медиаторҙар гильдияһы” коммерцияға ҡарамаған партнерлығы директоры, Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Полина Вишневская.

Фото, текст: “Башинформ”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас