

Бишенсе саҡырылыш Өфө ҡала Советының депутаттары Совет рәйесен һайланы. Комиссия был вазифаға “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының вәкиле Марат Вәсимовты тәҡдим итте һәм был кандидатураны депутаттарҙың күпселеге хупланы – 34 депутаттың 31-е.
Марат Вәсимовҡа 57 йәш. Ул Балтас районының Яланғас ауылында тыуған. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған, һөнәре – сәнәғәт һәм граждандар төҙөлөшө. “Өфө ҡалаһының Инвестиция-төҙөлөш комитеты махсуслашҡан төҙөүсеһе” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры.
“Ышанысығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беҙҙең алда ҙур бурыс тора – ҡала халҡы уңайлы шарттарҙа йәшәһен өсөн Өфөнө матурыраҡ, яҡшыраҡ итеү”, – тине Марат Вәсимов.
Ҡала Советының беренсе урынбаҫары итеп – Александр Мельников, шулай уҡ Артур Шәйнуров урынбаҫар итеп һайланды.
Ҡала Советы депутаттары беренсе ултырышта биш һорауҙы ҡараны. Атап әйткәндә, даими комиссиялар рәйестәре һайланды. Шулай уҡ уңайлы ҡала мөхитен һәм йәмәғәт киңлеген үҫтереү буйынса комиссия ла булдырылды. Уның рәйесе итеп Валериан Гагин ҡуйылды.
Фото: gorsovet-ufa.ru