

Башҡортостандың Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә эш төркөмө ултырышы үтте. Унда Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы территориаль органы, республика прокуратураһы һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы вәкилдәре лә ҡатнашты.
Тулы хоҡуҡлы вәкил Флүр Әсәҙуллин шәхси эшҡыуарҙың мөрәжәғәтен ҡарауға сығарҙы. Йүнсел үҙенең компанияһына ҡарата тикшереү һөҙөмтәләре һәм эҙемтәләр менән риза түгел. Быйыл тәртип һаҡлау органдары “тикшереп һатып алыу” ойошторған ваҡытта был эшҡыуарҙың студияһындағы ҡиммәтле ҡорамалды тартып алған. Әлегә тиклем ул ҡайтарылмаған, шуға бәйле йүнселдең эше туҡтап ҡалған.
"Эшҡыуарҙарҙың контроль-күҙәтеү органдары уҙғарған тикшереү һәм башҡа сараларға бәйле аныҡ мәсьәләләрҙе өйрәнеү өсөн ошондай эш төркөмө булдырырға тәҡдим иттек. Был ултырыштарҙа хәлде бар яҡлап күрергә, баһаларға мөмкин, эшҡыуарҙарҙы ла, тикшереүсе органдарҙы ла тыңлай алабыҙ. Ошонан сығып, йүнселдәргә насар йоғонтоно мөмкин тиклем кәметеп, иң ҡулай ҡарар ҡабул итергә мөмкин", – тип билдәләне Флүр Әсәҙуллин.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса территориаль органы вәкиле һүҙҙәренсә, эшҡыуарҙан алынған ҡорамал уларҙың ведомствоһына тапшырылмаған. Ныҡлап тикшергәндән һуң, суд уны ҡайтарыу тураһында ҡарар ҡабул итәсәк. Прокуратура вәкиле бәхәсләшкән яҡтарҙы тыңлағас, тәртип һаҡлау органдары тарафынан процессуаль мөҙҙәттең боҙолоу ихтималлығын, был хәлде тикшереү кәрәклеген билдәләне. Башҡортостандың Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле уның менән килеште. Ул мөрәжәғәтте компетентлы органдарға ебәрергә теләй.
Сарала ҡатнашыусылар был эш буйынса тикшереүҙе дауам итергә килеште.
Быйыл ярты йылда 1400 йүнселгә ҡарата 2800 тикшереү үткәрелгән. Һөҙөмтә менән риза булмаған һәр кем Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилгә, мәсьәләне ошондай ултырыш сиктәрендә ҡарауҙы һорап, мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн (347) 218-18-18, +79174001818 телефондарына йәки business@bashkortostan.ru электрон почтаһы аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Фото: pravitelstvorb.ru