

Киров район суды Башҡортостандың элекке ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьевҡа ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Республика прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, элекке министр вазифа вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләнә.
“Суд уның эшмәкәрлегенә яңы квалификация биреп, ауыр эҙемтәләр килтереү билдәһен алды”, – тип аңлата ведомство хеҙмәткәрҙәре.
Һөҙөмтәлә, суд элекке министрҙы өс йылға шартлыса иркенән мәхрүм итте, шулай уҡ ике йыл дауамында дәүләт һәм муниципаль вазифаларҙы биләүҙе тыйҙы.
Евгений Гурьевтың эше алдан да Киров район судында ҡаралып, уны аҡлау тураһында ҡарар сығарылғайны. Прокуратура ҡарарҙы ҡайтанан ҡарарға бирҙе. Башҡортостандың Юғары суды Киров район судына яңыртылған судьялар составында ҡарау өсөн эш материалдарын кире ҡайтарҙы. Дәүләт ғәйепләүсеһе элекке министрҙы 12 йылға иркенән мәхрүм итеүҙе һораны.
Суд фаразы буйынса, 2015 йылда министр конкурс сараларын урап үтеп, “10-сы төҙөлөш идаралығы компаниялары төркөмө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә Өфөләге Менделеев урамында урынлашҡан ике ер участкаһын 26 миллион һумға һатыуҙы ойошторған, был кадастр хаҡының 50 проценты. Етмәһә, министрлыҡтың был ерҙәр менән идара итеүгә хоҡуғы булмаған, сөнки улар Өфө ҡала хакимиәтенә ҡараған.
2018 йылда Евгений Гурьев “Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры” дәүләт бюджет учреждениеһы идаралығында булған келәт бинаһын “Өфө-Инвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡараған етештереү базаһына алыштырыу сауҙаһын ойоштороуға юл ҡуйған. Һөҙөмтәлә коммерция ойошмаһы келәт комплексына эйә була. Сентябрҙә иһә министр, компанияның милегендә булған бина урынлашҡан һылтауы менән, “Өфө-инвест” компанияһына был ерҙе бары 22 миллион һумға ғына һатып ебәргән. Шул уҡ ваҡытта бинаның торошо насар була һәм уны маҡсатлы ҡуллана алмағандар. Фирма уны файҙаланыу төрөн “Күп фатирлы күп ҡатлы торлаҡ йорттар” тип үҙгәртеп, 2018 йылда был участокты һәм “Фирма СУ-10” йәмғиәте базаһын һатып ебәрә.
Фото: Киров район суды фотоһы.