

27 – 29 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы эш сәфәре менән Ҡаҙағстанда булды.
Уның составында – Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, Премьер-министр урынбаҫары Азат Бадранов, вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев, Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов, Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов, шулай уҡ бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре.
Эш сәфәре юғары кимәлдә үтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Тоҡаев, Премьер-министр Асҡар Мамин, Ҡаҙағстан Парламенты Сенаты рәйесе Мәулен Әшимбаев, Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе хакимы Ғәли Искәлиев, Ҡаҙағстандағы Рәсәй илселегенең ваҡытлыса ышаныслы вәкиле Александр Комаров менән һөйләшеүҙәр уҙғарҙы.
28 сентябрҙә Нур-Солтанда Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Тоҡаев менән осрашты.
Дәүләт башлығы белдереүенсә, Рәсәй менән стратегик хеҙмәттәшлек ике илдең төбәк-ара мөнәсәбәттәренә лә ыңғай йоғонто яһай. Коронавирус пандемияһы дауам итеүгә ҡарамаҫтан, Ҡаҙағстан менән Башҡортостандың күп яҡлы бәйләнештәре йылдам үҫешә, йөкмәткеһе лә тулылана.
– Хеҙмәттәшлек итеүгә ике яҡтан да ҡыҙыҡһыныу бар. Беҙ тармаҡ бәйләнештәрен, сәнәғәт кооперацияһын киңәйтергә, бергәләп юғары сифатлы тауарҙар етештерергә әҙербеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Туғандаш ҡаҙаҡ халҡының Башҡортостан тураһында күберәк белеүен теләйбеҙ.
Һөйләшеү барышында уртаҡ предприятиелар һаны артыуы, нефть химияһы, ауыл хужалығы, металлургия, еңел сәнәғәт һәм башҡа өлкәләрҙә инвестиция проекттары уңышлы тормошҡа ашырылыуы билдәләнде.
Шул уҡ көндө Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Премьер-министры Асҡар Мамин менән осрашып һөйләште. Яҡтар Рәсәй-Ҡаҙағстандың стратегик партнерлығын артабан да киңәйтеү өсөн хеҙмәттәшлектең әлеге торошо һәм киләсәккә пландар тураһында фекер алышты.
Асҡар Мамин белдереүенсә, Ҡаҙағстан менән Башҡортостандың сауҙа-иҡтисади, инвестиция, транспорт-логистика, энергетика, ауыл хужалығы, сәнәғәт кооперацияһы һәм башҡа тармаҡтарҙа хеҙмәттәшлеген үҫтереү өсөн мөмкинлектәре бик ҙур. Быйылғы йылдың ғинуар-июль айҙарында Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында сауҙа әйләнеше былтырғы йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда 20,2 процентҡа артҡан һәм 200 миллион доллар тәшкил иткән.
Яҡтар Өфө менән Нур-Солтан араһында тура авиабәйләнеш асыу мөмкинлеген дә тикшерҙе.
Рәсми сәфәрҙең төп сараһы Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәре презентацияһы булды.
– Беҙҙең халыҡтар бер-береһенә тел, мәҙәниәт һәм тарих буйынса ғына яҡын түгел. Ҡаҙағстанға ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлектең киң мөмкинлектәренә өмөт бағлап килдек. Илдең иҡтисади структураһын ныҡлы өйрәндек, бәйләнеш булдырырлыҡ йүнәлештәрҙе барланыҡ. Тап шуның өсөн бизнес өлкәһе вәкилдәре лә килде. Яңы идеялар, контракттар, проекттар менән ҡайтырбыҙ тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.
Ҡаҙағстандың сауҙа һәм интеграция министры Бахыт Солтанов белдереүенсә, Башҡортостандың әлеге сәфәре – ике дәүләттең бизнесы өсөн бик яҡшы мөмкинлек.
– Беҙҙә ике яҡлы сауҙа йылдам үҫешә. Быны 2021 йыл йомғаҡтарына ҡарап та күрергә мөмкин. Шулай ҙа беҙ тағы ла күберәкте булдыра алабыҙ, – тине Бахыт Солтанов. – Ҡаҙағстан – Башҡортостан тауарҙарын Үҙәк һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәренә ташыу өсөн уңайлы биләмә. Беҙ Ҡытай сигендә Башҡортостандың сауҙа йортон асыуҙа ярҙам итергә әҙербеҙ.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәктең мөмкинлектәре тураһында ентекле һөйләне, республиканың уңайлы транспорт логистикаһын тәҡдим итте: ул мөһим һыу, тимер юлы, торба үткәргестәре, автомобиль магистралдәре янында урынлашҡан. Премьер-министр Башҡортостанда бизнесҡа ярҙам итеү юлдары тураһында ла ентекле мәғлүмәт бирҙе. Исем туйында ҡатнашыусылар “Башҡортостан сода компанияһы”, “МодульНефтьГазИнжиниринг”, “Транстерминал” ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Республиканың эшлекле делегацияһы вәкилдәре Ҡаҙағстан компаниялары менән осрашыуҙар үткәрҙе, бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Исем туйы йомғаҡтары буйынса Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн эш төркөмө булдырырға ҡарар ителде. Беҙҙең яҡтан уға Премьер-министр Андрей Назаров етәкселек итәсәк.
Радий Хәбиров Ҡаҙағстандың Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе хакимы Ғәли Искәлиев менән осрашты. Көн тәртибендә төбәк-ара сәнәғәт, эшлекле һәм мәҙәни-белем биреү бәйләнештәрен үҫтереү булды. Осрашыу барышында яҡтар ике төбәк хеҙмәттәшлегенең өмөтлө йүнәлештәре тураһында һөйләште. Был – тәү сиратта, сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәғариф һәм фән. Шулай, Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһендә ҙур газ һәм газ конденсаты ятҡылыҡтары бар. Шуға күрә улар Башҡортостандың газ эшкәрткән предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итергә теләй.
Сәфәрҙең тағы бер мөһим ваҡиғаһы – Башҡортостан Вәкиллегенең Конгресс-бюроһын асыу. Был турала Радий Хәбиров үҙ фекерҙәрен еткерҙе: “Беҙ Конгресс-бюроны артабанғы иҡтисади партнерлыҡты нығытыу, республикаға яңы инвестициялар йәлеп итеү, ҡаҙаҡтар менән сәнәғәт, төҙөлөш, социаль, гуманитар һәм ғилми өлкәләрҙә яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн астыҡ”.
Нур-Солтандағы Дуҫлыҡ йортонда республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда тыуған һәм әле Ҡаҙағстанда йәшәгән яҡташтар менән осрашты.
Төбәк етәксеһе уларҙы башҡорт телендә сәләмләне:
– Беҙ Ҡаҙағстанға сәфәр планлаштырған саҡта республикабыҙҙа тыуып үҫкән, әле бында йәшәгән, эшләгән һәм үҙҙәренең тамырҙары тураһында онотмаған кешеләр менән бик осрашырға теләгәйнек. Бында 17 мең башҡорт дуҫ-татыу ғүмер кисерә.
Башҡортостан Башлығы урындағы етәкселеккә Ҡаҙағстанда йәшәгән бар халыҡтарға милли үҙенсәлектәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырған өсөн рәхмәт әйтте. Шулай уҡ ул республикала башҡорт телен үҫтереү өсөн башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.
– Беҙ Нур-Солтанда Башҡортостан вәкиллеген – Конгресс-бюроһын астыҡ. Ул – тышҡы иҡтисади һәм мәҙәни-гуманитар хеҙмәттәшлекте үҫтереү майҙансығы, – тине Радий Хәбиров. – Бурыстарының береһе – Ҡаҙағстанда йәшәгән башҡорттарға ярҙам итеү, даими бәйләнеш тотоу.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ ватандаштарыбыҙҙы Рәсәйгә күсереү буйынса дәүләт программаһы барлығы тураһында ла һөйләне. Яҡташтарыбыҙға теләктәре булһа, республиканың уларҙы ҡабул итергә әҙерлеген әйтте.
Сара барышында ул милләттәштәребеҙҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Мәҫәлән, “Аҡбуҙат” берекмәһендә ҡатнашҡан Рәмзиә Батыргәрәева Дуҫлыҡ йортондағы башҡорт кабинетын йыһазландырыуҙа ярҙам һораны. Уның әйтеүенсә, башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбен асыу ниәте лә бар, тик мәғариф ойошмаһына уҡытыусы кәрәк.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, йәкшәмбе мәктәбен асыу мәсьәләһен тикшерергә кәрәк. Әгәр был башланғыс Ҡаҙағстандағы коллегаларҙа хуплау тапһа, республика БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студентын ярты йылға бында командировкаға ебәрергә әҙер.
– Был уның өсөн яҡшы стажировка булыр, балаларға башҡорт телен уҡытыр, – тине Радий Хәбиров. – Уға йәшәйештә социаль яҡлау шарттарын тәьмин итергә тырышырбыҙ, ә вуз етәкселеге буласаҡ педагогтың хеҙмәтенә түләү мәсьәләһен хәл итһен ине. Шулай уҡ башҡорт телен өйрәнеү өсөн методик әҙәбиәт менән дә ярҙам итербеҙ.
Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы башҡорт диаспораһының иң әүҙем вәкилдәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Радий Хәбиров Нур-Солтандағы “Астана Опера” театрында, “Нур Алем” киләсәк энергияһы музейында, Милли музейҙа булды. Ҡаҙаҡтарҙың бай мәҙәниәтенә, тарихына, шул уҡ ваҡытта заман менән бергә атлауына һоҡланыуын белдерҙе, илдең туристар өсөн дә бик ҡыҙыҡлы булыуын билдәләне.
Ғөмүмән, сәфәр бик эшлекле һәм файҙалы үтте. Уның һөҙөмтәһе яңы инвестиция проекттарында, күләмлерәк экспортта сағылыр тип көтөлә.
- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.
l Республикалағы тауар әйләнешенең дөйөм күләмендә Ҡаҙағстан 7,3 процент өлөш менән өсөнсө урынды биләй. 2020 йылда ике аралағы тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 296,9 миллион доллар тәшкил иткән.
l Башҡортостандан экспортҡа ебәрелгән продукция араһында – нефть һәм химия сәнәғәте продукттары, гербицидтар, минераль ашламалар, сода, каучук, ағас эшкәртеү продукттары, быяла, ҡара металл прокаты, төҙөлөш материалдары, транспорт техникаһы һәм башҡалар. Республика биләмәһендә Ҡаҙағстандан капитал ҡатнашлығындағы 30 предприятие эшләй.
l 2021/22 уҡыу йылында республика юғары уҡыу йорттарында төрлө программалар нигеҙендә Ҡаҙағстандан 739 студент белем ала.

