

17 – 19 сентябрҙә Башҡортостан һәм илебеҙ халҡы үҙенең тауышын биреп, кемгә ышаныс белдергәнен күрһәтте. Ниһайәт, Рәсәйҙәге ҙур сәйәси кампания тамамланды һәм уға тулы йомғаҡ яһалды. Халыҡ Дәүләт Думаһына һигеҙенсе саҡырылыш депутаттарын һайланы, бынан тыш төбәктәр үҙҙәренең кимәлендәге һайлауҙы ла ойошторҙо.
Һандар ни һөйләй?
Иғтибарығыҙға һайлауҙың тулы йомғаҡтарын тәҡдим итәбеҙ. Быйыл республикала 2189823 кеше гражданлыҡ бурысын үтәгән, был – һайлау хоҡуғы булғандарҙың 72,79 проценты. Башҡортостанда был күрһәткес уртаса илдекенән күпкә юғары.
Сәйәси партиялар араһында һайлаусылар тауышы түбәндәгесә бүленде:
“Берҙәм Рәсәй” – 66,61 процент, КПРФ – 14,7 процент, ЛДПР – 8,67 процент, “Яңы кешеләр” – 2,79 процент, “Ғәҙел Рәсәй – патриоттар дөрөҫлөк өсөн” – 2,62 процент, Рәсәй пенсионерҙарының ғәҙеллек өсөн партияһы – 1,02 процент, Рәсәй коммунистары – 0,62 процент, “Йәшелдәр” Рәсәй экологтары партияһы – 0,47 процент, “Яблоко” – 0,36 процент, Азатлыҡ һәм ғәҙеллек партияһы – 0,29 процент, “РОДИНА” – 0,24 процент, “ЙӘШЕЛ АЛЬТЕРНАТИВА” – 0,22 процент, Үҫеш партияһы – 0,19 процент, Граждандар платформаһы – 0,18 процент.
Бар тауыштарҙы ла иҫәпләп бөткәс, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәсми рәүештә Рәсәй Дәүләт Думаһына һигеҙенсе саҡырылышҡа һайланған депутаттар исемлеген раҫланы. Башҡортостандан унда нисә кеше һәм кемдәр үткән? “Берҙәм Рәсәй”ҙең партия исемлеге буйынса Дәүләт Думаһына Римма Үтәшева, Наталья Орлова, Владимир Сенин, Ирина Панькина, Ризуан Ҡорбанов һәм Рима Баталова үтте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин үҙ мандаттарынан баш тартты, һөҙөмтәлә улар исемлектә алтынсы һәм етенсе урында булған Ризуан Ҡорбанов менән Рима Баталоваға бирелде.
Тағы биш “Берҙәм Рәсәй” вәкиле бер мандатлы округтарҙа еңде. Улар – Эльвира Айытҡолова, Динар Ғилметдинов, Павел Качкаев, Зариф Байғусҡаров һәм Рафаэль Мәрҙәншин.
Яңы саҡырылышта үҙҙәренең депутат мандаттарын Александр Ющенко (КПРФ, партия исемлеге), Иван Сухарев (ЛДПР, партия исемлеге) һәм Рифат Шәйхетдинов (Гражданлыҡ көсө, Нефтекама бер мандатлы һайлау округы) һаҡлап ҡалды.
Әлеге тауыш биреүҙә Башҡортостан халҡы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өс өҫтәмә депутат та һайланы. Уның да йомғаҡтары билдәле. 43-сө Краснохолм һайлау округында иң күп тауышты шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина йыйҙы (48,64 процент). 29-сы Талбазы һайлау округында Заһир Хәкимов депутат мандатын алды, ул тауыштарҙың 58,46 процентын йыйған. Беүә һайлау округында балалар омбудсмены Милана Скоробогатова еңде, ул 59,9 процент тауыш йыйған.
Шулай уҡ Өфө ҡала Советына һайлау йомғаҡтары менән дә таныштырмаҡсыбыҙ. Баш ҡалала тауыш биреү 18 бер мандатлы һайлау округтары һәм берҙәм ҡала һайлау округы буйынса үткәрелде. Ҡала округының һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә һайлауға тауыш биреүселәрҙең 70,18 проценты килгән. Еңеүселәр партия исемлектәре буйынса түбәндә: “Берҙәм Рәсәй” – 66,19 процент, КПРФ – 13,44 процент, “Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар дөрөҫлөк өсөн” партияһы – 3,19 процент, ЛДПР – 14,21 процент, Рәсәй пенсионерҙарының социаль ғәҙеллек өсөн партияһы – 2,05 процент.
Рәсәй пенсионерҙарының социаль ғәҙеллек өсөн һәм “Ғәҙел Рәсәй” партиялары мандаттар бүлеүгә ебәрелмәгән.
Партия исемлектәре буйынса Өфө ҡала Советына мандаттар түбәндәгесә бүленде: “Берҙәм Рәсәй” – 13 мандат, КПРФ – ике мандат, ЛДПР – өс мандат.
Берҙәм һайлау округы буйынса “Берҙәм Рәсәй”ҙән – 13, КПРФ-тан – икәү, ЛДПР-ҙан өсәү үткән. Дөйөм йомғаҡтар буйынса “Берҙәм Рәсәй” партияһы ҡала Советында 26 мандат, ЛДПР – өс мандат, КПРФ – өс мандат, “Йәшелдәр” бер мандат алды. Шулай уҡ өс үҙен үҙе тәҡдим иткән кеше үтте.
Халҡыбыҙ әүҙемлек күрһәтә
Башҡортостан был кампанияла ла ил күләмендә ҙур әүҙемлек һәм ойошҡанлыҡ күрһәтте. Ил буйынса һайлауға килеү 51,72 процент булған саҡта, беҙҙә был күрһәткес 20 процентҡа юғарыраҡ! Һәр ваҡыттағыса, республика райондарында йәшәгәндәр әүҙем булды.
Был йәһәттән алдынғылыҡ – Салауат районында, һайлауға барғандар һаны – 96,5 процент. Ундағы халыҡтың 88 проценты башҡорттар һәм татарҙар булыуын иҫәптә тотоп, шуны әйтергә була: мосолмандар әүҙем гражданлыҡ позицияһы күрһәткән.
Йәнә юғары әүҙемлекте Благовар һәм Тәтешле райондары күрһәтте. Бында һайлаусыларҙың 93,65 һәм 92, 89 проценты килгән. Ҡалалар араһында Салауат (75,45 процент), Сибай (73,55 процент) һәм Октябрьскийға (70,25 процент) еткәндәр юҡ.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур хәҙрәт Бирғәлин республика мосолмандарына рәхмәт әйтте.
“Беҙҙең төп принциптарыбыҙҙың береһе – яҡшы эштәргә булышлыҡ итеү. Шул иҫәптән илгә, йәмғиәткә файҙа килтерә алырлыҡ кандидаттарға ярҙам итеү менән. Мосолман ҡәрҙәштәребеҙ, һеҙ юғары гражданлыҡ әүҙемлеге өлгөһөн күрһәттегеҙ”, – тине ул.
Мөфтөй белдереүенсә, Башҡортостан мосолмандары ауыр пандемия осоронда ла, республиканың көньяғында янғындарҙы һүндергән саҡта ла әүҙем гражданлыҡ позицияһында тороуын дәлилләне.
Халыҡ тауыш биреүҙең өс көн дауам итеүен дә ыңғай баһаланы. Беренсенән, был тәү сиратта хәүефһеҙлек өсөн эшләнде. Илдә әле һаман коронавирус инфекцияһы тарала. Шуға күрә участкаларҙа сираттар булмаһын, кешеләр социаль арауыҡ талабын үтәһен өсөн ошондай ҡарар ҡабул ителде. Икенсенән, был кешеләр өсөн уңайлы. Күптәр тауыш биреүҙең тәүге көнөндә үк – йомала һайланы һәм ял көндәрендә иркенләп үҙ эштәре менән шөғөлләнде, баҡсаларға һәм ауылға ҡайтты. Бәлки, ошоноң өсөн дә беҙҙә һайлауға килеү күрһәткестәре юғары булғандыр.
Башҡортостан мәнфәғәтендә эш көтәбеҙ
Мәғлүм булыуынса, һайлауҙа ҙур айырма менән “Берҙәм Рәсәй” партияһы еңде. Уларҙың күпселек тауыш менән алдынғылыҡҡа сығыуы илдә тотороҡлолоҡ һаҡланыуын, халыҡтың ғәмәлдәге власҡа ышанысы көслө булыуын йәнә бер ҡат иҫбатланы. Әлбиттә, һайлауҙан һайлауға Коммунистар партияһы өсөн тауыш биреүселәрҙе лә хөрмәт итергә кәрәк, улар ҙа – илдең ысын патриоттары.
Һайлауҙағы еңеү – партияның эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе. Халыҡ мәнфәғәтен яҡларҙай проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырып, уларҙың абруйы артты, йәмғиәттең ышанысын яуланылар. Иң мөһиме, улар үҙҙәрен коронавирус пандемияһы осоронда ыңғай яҡтан күрһәтте. Депутаттар вирустан ҡурҡып, боҫоп ятманы, ә халыҡ менән бергә булды, бик ҙур ирекмәндәр отряды булдырылып, ауыр хәлдә ҡалғандарға, сирлеләргә, яңғыҙ пенсионерҙарға, кемгә талап ителә – барыһына ла ярҙам иттеләр. Әлбиттә, халыҡ быны баһаланы һәм рәхмәттәре һайлауҙа ышаныс белдереү булараҡ яңғыраны.
Башҡортостанда матур бер һүҙбәйләнеш барлыҡҡа килде – “Хәбиров командаһы”. Ҡайһы партиянан һайланыуына ҡарамаҫтан, был командаға ингән депутаттарҙың етди эшмәкәрлегенә ҙур өмөт бағлай республика халҡы. Кешеләрҙең фекере шундай: Радий Хәбировтың командаһы һөҙөмтәле эшләй. Бөгөн республикала башҡарылған һәм башҡарыласаҡ эштәр – Радий Фәрит улының тырыш һәм тынғыһыҙ хеҙмәте күрһәткесе ул. Кешеләрҙең талабына тиҙ иғтибарын йүнәлткән власть бығаса булманы. Етәксе командаһының эше яйға һалынған урында ғына мөһим һәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул ителә. Республикала ыңғай миҫалдар күп, уларҙы күрә белергә генә кәрәк.
Хәҙер халыҡ үҙе һайлап ҡуйған депутаттарҙан ҙур эш көтә. Һәр кемдең үҙ хәстәре, әммә уларҙың мәғәнәһе бер – тормошто яҡшыраҡ итеү. Ауылдарҙа йәшәгәндәр, мәҫәлән, үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғырта. Улар күпләп эш урындарын булдырыу йүнәлешендә ыңғай үҙгәрештәргә өмөтләнә. Уларҙы булдырыу иҡтисади ғына түгел, социаль проблемаларҙы ла хәл итер ине, тиҙәр. Депутаттарҙың республикабыҙҙың иҫ киткес матур тәбиғәтен, туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, бай тарихыбыҙҙы һаҡлау, уны донъяға танытыу йүнәлешендә эшләүҙәрен теләгәндәр бихисап. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә туған тел дәрестәре һаны артһын ине. Бәләкәй граждандар үҙ телен белеп, ошо телдә фекерләп, ижад итеп үҫергә тейеш. Шул ваҡытта ғына улар киләсәктә Ватаныбыҙҙың ысын илһөйәрҙәре буласаҡ.
Рәсәй көсө – берҙәмлектә, илебеҙ үҫеше хаҡына төрлө динле, милләтле, ҡарашлы халыҡты бергә туплауында. Шулай булғас, республиканан үткән депутаттарға берләшергә һәм тырышып Башҡортостан мәнфәғәтендә хеҙмәт итергә ҡала.
- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.