Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
4 Октябрь 2021, 11:45

Бизнес-омбудсмен ярҙамсыһы идарасы компанияның эшен тикшереүҙә ҡатнашты

Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил исеменә торлаҡ йорттарҙы хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнгән ойошманан хат килеп төшкән...

Бизнес-омбудсмен ярҙамсыһы идарасы компанияның эшен тикшереүҙә ҡатнаштыБизнес-омбудсмен ярҙамсыһы идарасы компанияның эшен тикшереүҙә ҡатнашты
Бизнес-омбудсмен ярҙамсыһы идарасы компанияның эшен тикшереүҙә ҡатнашты

Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил исеменә торлаҡ йорттарҙы хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнгән ойошманан хат килеп төшкән. Ойошма вәкилде республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты тарафынан ойошторолған тикшереү барышында ҡатнашыуҙы һораған. Әйткәндәй, был хоҡуҡҡа бөтә эшҡыуарҙар ҙа эйә, ул “Башҡортостандың эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса вәкиле” тип аталған Башҡортостан Республикаһы законында нығытылған.

- Контроль-күҙәтеү ведомстволары ойошмаларға ҡарата тикшереү саралары планлаштырған хәлдә, эшҡыуарҙар үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡлау өсөн вәкилгә мөрәжәғәт итә ала. Күп кенә эшҡыуарҙар дәүләт һәм муниципаль контроленең ҡанундарын белеп етмәй, хоҡуҡтары менән таныш түгел, үҙҙәрен нисек тоторға белмәй. Беҙҙең ҡатнашлыҡ уларға ышаныс өҫтәй, дәлилдәр килтереүҙә ярҙамды ла ыңғай баһалайҙар, - тип билдәләй Флүр Әсәҙуллин.

Әлеге ойошмаға күп фатирлы торлаҡ йортта йәшәүселәр дәғүә белдергән, уны тикшереү өсөн комиссия төҙөлгән. Тикшереү алдынан вәкилдең ярҙамсыһы эшҡыуарға уның хоҡуҡтарын һәм бурыстарын аңлатҡан, артабан ниҙәр эшләргә кәрәклеген билдәләгән. Артабан комиссия халыҡтың дәғүәләрен тикшергән. Һөҙөмтәлә дәғүәлә билдәләнгән етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн эшҡыуарҙың сара күреүе асыҡланған, кәрәкле документтарҙы килтергәндән һуң, артабан ҡарар сығарыласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкилде тикшереү барышына йәлеп итергә теләһәгеҙ, уның исеменә ғариза яҙырға кәрәк. Уны business@bashkortostan.ru электрон почтаһына йәки Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 5/3 адресы буйынса ебәрегеҙ.

Райондарҙа бындай тикшереүҙәрҙә вәкилдең ярҙамсылары ҡатнаша ала. Уларҙың исемлеге менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға була: https://upp.bashkortostan.ru/about/op/

Шулай уҡ ярҙам һорап 8(347)218-18-18, +79174001818 телефондары буйынса шылтыратырға мөмкин.

Фото: Флүр Әсәҙуллин.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас