Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Октябрь 2021, 16:45

Өфө ҡалаһы Советы рәйесе өлгө күрһәтте

Марат Вәсимов: "Еңел булмаған заманда уларға беҙҙең ярҙам мөһим".

Өфө ҡалаһы Советы рәйесе өлгө күрһәттеӨфө ҡалаһы Советы рәйесе өлгө күрһәтте
Өфө ҡалаһы Советы рәйесе өлгө күрһәтте

Мәғлүм булыуынса, Өфө ҡалаһы Советы рәйесе итеп Марат Вәсимов һайланды. Уның яңы вазифала ҡабул иткән тәүге ҡарарҙарының береһе башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ – эш автомобилен медицина хеҙмәткәрҙәренә файҙаланыуға тапшырҙы.

"Еңел булмаған заманда уларға беҙҙең ярҙам мөһим. Хеҙмәттәштәремде, баш ҡала предприятиелары һәм учреждениелары етәкселәрен Өфө табиптарына мөмкин тиклем булышлыҡ ҡылырға саҡырам", – тине МАрат Вәсимов.

Хәбәр итеүбеҙсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә медицина хеҙмәткәрҙәренә COVID-19 менән ауырыған амбулатор пациенттарға барыу өсөн машиналар етмәүе хаҡында белдергәйне.

Валерий Шахов фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас