

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тыуған көнө, уға 69 йәш.
Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтеүенсә, Владимир Владимирович тыуған көнөн эш урынында үткәрәсәк, ә кисен туғандары һәм яҡындары менән билдәләйәсәк. Әле Президент махсус ҡурсаланыуҙа түгел, шуға ла эш буйынса осрашыуҙар ҙа уҙғарасаҡ.
Владимир Путиндың Рәсәйҙе һаҡлап ҡалыуға, донъя кимәленә уның абруйын ҡайтарыуға, ныҡлы үҫеш юлына баҫтырыуға һалған өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Владимир Владимирович ил менән етәкселек иткән осорҙа үҙен көслө, алдан күрә белеүсән етәксе итеп күрһәтте. Еңел булмаған көрсөк, пандемия ваҡытында ла, уның халыҡтың именлегенә йүнәлтелгән ҡарарҙар ҡабул итеүе - ошо хаҡта һөйләй.
Бөгөн Президентты барлыҡ Рәсәй халҡы, төрлө кимәлдәге етәкселәр, яҡындары ҡотлай. Беҙ ҙә был тәбрикләүҙәргә ҡушылабыҙ һәм Владимир Владимировичтың киләсәктә лә Рәсәй именлеге, илдәге тотороҡлоҡ һәм тыныслыҡ хаҡына хеҙмәт итеүен теләйбеҙ.
Фото: minnac.ru