

Х Петербург халыҡ-ара газ форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың стендын ҡарарға килгән Пермь крайы губернаторы Дмитрий Махонин менән осрашты.
Етәкселәр ике арала юл структураһын төҙөү, юғары уҡыу йорттарының хеҙмәттәшлеген үҫтереү, мәҙәни бәйләнештәрҙе киңәйтеү буйынса берҙәм планды тикшерҙе. Шулай уҡ улар быйыл республика делегацияһының Пермь крайына барыуы тураһында килеште.
– Беҙҙең өлкәләр араһында иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәр әүҙем үҫешә. Осрашыу эшҡыуарлыҡ структураларының хеҙмәттәшлеген киңәйтеүгә, яңы пландар ҡороуға булышлыҡ итәсәк, – тине Радий Хәбиров.