

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитеты ултырышында сығыш яһап, республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыусы Айрат Фәхретдинов "Башҡортостан Республикаһының айырым закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында" закон проектын тәҡдим итте.
"Был документ республика ҡануниәтен камиллаштырыу ниәтендә эшләнгән. Уны ҡабул итеү төбәктә эшлекле мөхитте яҡшыртасаҡ һәм эшҡыуарлыҡ даирәһе мәнфәғәттәре менән дәүләт көйләүе маҡсаттарының тура килеүен тәьмин итәсәк, – тине Айрат Фәхретдинов. – Быйылғы туғыҙ ай йомғаҡтарынан күренеүенсә, республика һәм муниципалитеттар әһәмиәтендәге норматив хоҡуҡи акттар проекттарының 30 процентында тиерлек бизнес алып барыуҙы ауырлаштырған шарттар булыуы асыҡланған. Ундай етешһеҙлеге табылған документтар ведомстволарға ҡайтанан эшләүгә ебәрелде.
Комитет ултырышында әлеге закон проекты төрлө яҡлап тикшерелде һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында беренсе уҡыуҙа ҡарауға тәҡдим ителде.
Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52948