Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Октябрь 2021, 16:30

Һайлау – һәр ваҡыт көрәш

Радий Хәбиров республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары менән осрашты.

Һайлау – һәр ваҡыт көрәшҺайлау – һәр ваҡыт көрәш
Һайлау – һәр ваҡыт көрәш

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Үҙәк һайлау комиссияһына барып, уның хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй Дәүләт Думаһына, төбәк парламентына, урындағы үҙидара органдарына һайлау буйынса кампанияны ойошторған өсөн рәхмәт әйтте.

– Техник һәм сәйәси яҡтан ҡатмарлы булған һайлау кампанияларына әҙерлек ваҡытында һайлау комиссияларына ҙур көсөргәнеш ята, – тине Радий Хәбиров. – Быйыл хәл коронавирус пандемияһы менән ҡатмарлашты, шуға күрә тауыш биреү өс көн дауам итте. Минеңсә, сараны уңышлы үткәрҙек, халыҡ тыныс ҡына килеп һайлай алһын өсөн уңайлы, хәүефһеҙ шарттар булдырҙыҡ. Тауыш биреүселәргә мәғлүмәт биреү буйынса эш тә бик дөрөҫ башҡарылды. Һәм, иң мөһиме, Үҙәк һайлау комиссияһында төрлө сәйәси партиялар вәкилдәре ҡаты закон шарттарында эшләне. Был минең генә фекерем түгел, эксперттар, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселеге лә шулай иҫәпләй.

Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, һайлау – һәр ваҡыт көрәш.

– Килгән ялыуҙар шуның тураһында һөйләй – тауыш биреүселәр һәм кандидаттар ил менән нимә булырына битараф түгел. Был бик мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Бөтә мөрәжәғәттәрҙе лә процедураға ярашлы тикшерергә һәм ҡарар ҡабул итергә кәрәк.

"Беҙ бөтә сигнал һәм мөрәжәғәттәрҙе ентекле тикшерәбеҙ, – тине Илона Макаренко. – Һайлау процесы ваҡытындағы етешһеҙлектәрҙе артабанғы эшмәкәрлектә иҫәптә тотор өсөн анализлайбыҙ".

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас