Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Октябрь 2021, 15:15

Бүздәк районына кем етәкселек итәсәк?

Район башлығы Азат Арыҫланов үҙ теләге менән эштән китеүе хаҡында белдереп ғариза яҙған.

Бүздәк районына кем етәкселек итәсәк?Бүздәк районына кем етәкселек итәсәк?
Бүздәк районына кем етәкселек итәсәк?

Бүздәк район хакимиәте башлығы Азат Арыҫланов вазифаһын ҡалдырған. Был хаҡта район хакимиәтенән хәбәр итәләр.

Мәғлүм булыуынса, муниципаль район Советының сираттан тыш IХ ултырышында район хакимиәте башлығының вәкәләттәрен туҡтатыу тураһында һорау ҡаралған. Азат Арыҫланов үҙ теләге менән эштән китеүе хаҡында белдереп ғариза яҙған. Ул район халҡына, хакимиәт коллективына, депутаттар корпусына, ауыл биләмәләре башлыҡтарына, предприятие етәкселәренә берҙәм эш өсөн рәхмәт әйткән.

Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурс әҙерлеге барышында район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса Илнур Иғдиев башҡарасаҡ. Илнур Вельмир улы сығышы менән Бүздәк районынан, һуңғы эш урыны – Асҡын районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.

Фото: "Башинформ".

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас